Янғын сәбәптәре асыҡлана27.04.2018
Өфөлә 26 апрель төнөндә Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында янғын сыҡты. Унан 238 кеше, шул иҫәптән 56 бала эвакуацияланды. Сирлеләр күрше хирургия корпусында, бала табыу йортонда урынлаштырылды.

Дауаханала сигнализацияның эшләүе тураһындағы хәбәр төнгө 2 сәғәт 35 минутта алынған. Янғын һүндереүгә 18 техника берәмеге, 51 кеше йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын акушерлыҡ-гинекология корпусының беренсе ҡатындағы дежур шәфҡәт туташы посында сыҡҡан. Бер сәғәт эсендә ут тулыһынса һүндерелгән. Әле урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, янғын лабораторияһы белгестәре эшләй, фажиғәнең сәбәбе асыҡлана.


Вернуться назад