Ҡайҙа инвестиция талап ителә?27.04.2018
Өфөлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция шарттарын яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ултырышы булды. Уны төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Сарала республикалағы төп предприятиеларҙың инвестиция пландары тикшерелде.
— Былтыр инвестиция өлкәһендәге өмөттәр аҡланманы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Инвестиция байтаҡҡа — 20 проценттан ашыуға — кәмене. Сәбәбе — ҙур предприятиелар менән берлектәге һөҙөмтәле эштең яйға һалынмауы, инвестиция өлкәһендәге мәсьәләләрҙең йылдам хәл ителмәүе.
Республика Башлығы билдәләүенсә, Хөкүмәт эшҡыуарлыҡты, иҡтисадты үҫтереү яҡлы, шуға күрә ул компанияларҙың инвестиция проекттарына тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер. Бюджетты планлаштырыуҙың нигеҙе — урта сроклы прогноз, тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Һандар республиканың Федераль үҙәк алдындағы йөкләмәләрендә теркәлә, улар нигеҙендә төбәк бюджетына өҫтәмә аҡса бүленә. Контроль күрһәткестәр үтәлмәгән осраҡта социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам күләме кәмей, шуға күрә республика Хөкүмәте компанияларҙың инвестиция пландары хаҡында белергә тейеш.
Гәзиттең алдағы һандарының береһендә ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт уҡырһығыҙ.