Башҡортостанда Татарстан башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙҙы. Татарстан делегацияһы “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорттар: тарих, хәҙерге заман” тигән “түңәрәк өҫтәл” эшендә ҡатнашты, баш ҡалабыҙҙағы Милли музейҙа, Бал йортонда, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында, Салауат Юлаев майҙанында булды, милли батырыбыҙ һәйкәленә сәскә һалды. Кис Өфөләге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә гала-концерт булды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сараға йыйылған халыҡты төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән тәбрикләне, ҡунаҡтарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
— Проекттың мөһим бурысы – башҡорт этносына иғтибарҙы йәлеп итеү, этник мәҙәниәтте киңәйтеү, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре менән дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Был көндө драма театры сәхнәһендә яңғыраған башҡорт йырҙары, күрһәтелгән сағыу бейеүҙәр, халҡыбыҙҙың йолалары барыһының да күңеленә хуш килде. Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы советы рәйесе Ғәле Хәсәнов Ханты-Манси автономиялы округы – ЮГРА башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәүҙәт Ҡолманбәтовҡа символик штандарт тапшырҙы.
Ошо этномәҙәни акция нигеҙендә 2007 йылдан башлап Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре даими үткәрелде. Киләһе йыл бындай сарала Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ла ҡатнаша.