Бойондороҡһоҙ баһа25.04.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары парламенттың киләһе пленар ултырышында “Мәҙәниәт тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы республика законының 10.1-се статьяһына, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы ҡанун проекттарын ҡарарға ниәтләй.
Был проекттарҙа мәҙәниәт, мәғариф һәм социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары тарафынан хеҙмәт күрһәтеү шарттары сифатына бойондороҡһоҙ баһа биреү буйынса йәмәғәт советтарын төҙөү тәртибен үҙгәрткән норма күҙ уңында тотола.
— Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына ошондай советтарҙы ойоштороу хоҡуғы бирелә. Әлегә тиклем бындай вәкәләтте башҡарма власть органдары тормошҡа ашыра ине. Яңы ҡараш мәғариф, мәҙәниәт, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары күрһәткән хеҙмәттәр сифатына бойондороҡһоҙ баһа биреүҙе тәьмин итәсәк, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Әйткәндәй, норма федераль ҡануниәттә нығытылған, хәҙер беҙ уны төбәк кимәлендә сағылдырырға ниәтләйбеҙ.