Кемдең эш хаҡы арта?25.04.2018
Быйыл бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртаса 13-15 процентҡа арта, йәғни күҙалланған инфляция кимәленән 3,5 тапҡырға юғарыраҡ буласаҡ.

Эш хаҡы, нигеҙҙә, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумына тиклем еткереү һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май указдары”н үтәү иҫәбенә артасаҡ. Эксперттар билдәләүенсә, 1 майҙан минималь эш хаҡын 11,1 мең һумға тиклем күтәрәсәктәр.
Әйткәндәй, хеҙмәт хаҡын арттырыу бюджет өлкәһенә генә ҡағылмай, коммерция ойошмалары ла хеҙмәткәрҙәренең матди тәьминәтен хәстәрләйәсәк.


Вернуться назад