Ҡаныңды тикшерәйек әле24.04.2018
Ҡаныңды тикшерәйек әлеХәҙер шоферҙарҙың эскәнлеген ҡанындағы алкоголде тикшереп билдәләйәсәктәр. Административ енәйәт боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа шундай өҫтәмә индерелде.

Бығаса законда эскәнлекте белеү өсөн тын өрҙөрөп ҡаранылар. Махсус прибор ярҙамында “гонаһ”тың күләме билдәләнде. Ул бер литр өрөлгән тынға 0,16 миллиграмм этил спирты тәңгәлендә йөрөнө. Әммә һәр водитель дә бындай уҡ самала тын өрә алмауы мөмкин. Мәҫәлән, авария һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән йәки аңын юғалтҡан кеше. Хатта тәжрибәле табиптар ҙа был алымды ҡуллана алмай. Ә бына ҡандан анализ алырға мөмкин.
Шуныһы төп мәсьәлә: ошоғаса Кодекста ҡандағы алкоголде тикшереү мөмкинлеге биреү хаҡында бер яҙыу ҙа булманы. Шуға ла шофер һалмыш килеш һәләк булһа йәки аңын юғалтһа, уларҙы бер суд та иҫерек тип таныманы. Һөҙөмтәлә фажиғәлә ғәйеплене билдәләүе ҡатмарлы эшкә әүерелде. Һуңынан шоферҙың хәле һәйбәтләнгән хәлдә лә уны яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкин булманы. Әйткәндәй, тейәгән килеш рулгә ултырып, уның арҡаһында кешеләр бәлә-ҡазаға тарыһа йәки вафат булһа, яуаплылыҡ арта, ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҙа ҡаралған.
Берәүҙәрҙең фажиғәлә ныҡ йәрәхәтләнгәндән, хатта икенселәрҙең үтә күп һалғанлыҡтан да тын өрә алмаған сағы була. Бындай осраҡта ла яуаплылыҡҡа тарттырырға ярамай, сөнки һулыш алғанда күпме эскәнлекте күрһәткән алкотестер күрһәткесе юҡ. Хәҙер был проблеманы ҡандағы алкоголь аша хәл итергә мөмкин. Кодекста ул бер литр ҡанда 0,3 грамдан артырға тейеш түгел тип билдәләнгән.
Яңылыҡҡа һәр кемдең ҡарашы төрлөсә. Рәсәйҙең Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Михаил Черников фекеренсә, ул иҫерек шоферҙарҙың авария яһау осрағын ысынбарлыҡта күрһәтәсәк, күрһәткестәр, әлбиттә, артасаҡ. Был төҙәтмәләр июль айында үҙ көсөнә инә.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһы айныҡ булмаған килеш машинаға идара иткәндәрҙең “атын” залогка алыу, уларға штраф күләме хаҡындағы закон проектының ҡабул ителеүен көтә. Ул сағында һалмыш килеш рулгә ултырыусылар кәмер тип уйлайҙар.


18 йәш тулдымы?

18 йәше тулмағандар өсөн лотерея уйындары закон буйынса тыйыла.

Шулай уҡ электрон лотереяларға, лотерея квитанцияларына билет һатыу һәм уларға отошта сыҡҡан аҡсаны алыу ҙа сикләнә.
Әлбиттә, бәхетен һынап ҡарарға теләгән, 18 йәше тулған граждандарға ла тыйыу бар. Мәҫәлән, лотереяла 15 мең һумдан күберәк аҡса уйнатылһа, бындай билетты алыу өсөн мотлаҡ шәхесте раҫлаған танытма булырға тейеш (паспорт).


“Дуҫлыҡ” төрмәгә япты

Өфөнөң Киров районы суды “Дуҫлыҡ” кооперативы рәйесен һәм төҙөлөш фирмаһы етәксеһен дүрт йылға иркенән хөкөм итте.
Был ике әшнә ҡаланың Киров урамында 43/2 һанлы йортто төҙөүгә 99 пайсының 307 миллион һум күләмендә индергән аҡсаһын уңлы-һуллы туҙҙыра. Һөҙөмтәлә ана төҙөйбөҙ, бына файҙаланыуға тапшырабыҙ тип халыҡты өмөтләндереп килгән вәғәҙә буш ҡыуыҡ кеүек шартлай – күп ҡатлы йортто инде һигеҙ йыл буйы төҙөп бөтә алмайҙар.
2009 – 2015 йылдарҙа ирҙәр халыҡтан аҡса йыйһа ла, үҙ йөкләмәһен үтәргә ашыҡмай. Ун ҡатлы йорт 65 фатирға иҫәпләнгән, әммә эшҡыуар егеттәр әле ғәмәлдә лә булмаған 99 апартаментты һатып ебәрә. Буласаҡ йорттоң һөлдәһе өсөн улар 98 миллион һум аҡса сарыф итә, ә 300 миллиондан күберәген үҙҙәренең кеҫәһенә тыға.
Алдаҡсыларҙың икеһен дә суд залынан һаҡ аҫтына алалар. Хөкөм ҡарары ҡабул ителгәнгә тиклем йыл ярым буйына уларға йорттан сығыу тыйылды. Тағы шуныһы – был ваҡыт уларҙың хөкөм ителеү срогына иҫәпләнә. Тап шуға ла прокуратура ла бының менән килешмәй, енәйәтселәр өсөн был яза йомшаҡ тигән ҡарашта һәм хөкөм ҡарарын ҡабаттан ҡарарға кәрәклекте белдерә.
Шулай уҡ торлаҡ-төҙөлөш идараһы кооперативының элекке рәйесе лә ошо көндәрҙә үҙ яҙмышының хәл ителерен көтә. Алдаҡсыны былтыр йыл аҙағында Кипрҙан барып тоттолар. “Байыным, хәҙер йылы яҡта донъяның артына тибеп йәшәрмен”, тип хыялланғандыр был әҙәм. Тәтемәй торһон әле! Диңгеҙ буйындағы ҙур йортонда эләктерәләр уның елкәһенән. Тикшереүселәр был йортто ул үҙе алдаған пайсыларҙың аҡсаһына һатып алыуына шикләнмәй. Шулай уҡ енәйәтсенең төҙөлөп бөтмәгән өйөнә, дүрт яҡшы автомобиленә арест һалына.
Әйткәндәй, былтыр “Дуҫлыҡ-строй” кооперативы пайсылары аслыҡ иғлан иткәйне. Тиҙҙән тимер рәшәткәле “уңайлы йорт” эсендә уға ла урын табылыр, моғайын.


Сос ҡыҙҙар бар шул

Ул көндә Учалыла йәшәгән ир күптәнге танышы менән байрам ойоштора. Тик, ҡәһәрең, алған араҡылары бөтә лә ҡуя. Ир ҡыҙҙы магазинға ебәрә. Уға банк картаһын тоттора, паролен дә әйтә.

Сос ханым һә тигәнсе магазинға барып ҡайта, байрам дауам итә. Арыу ғына һуҡҡас, ир йоҡлап китә. Ә һылыуҡай, уның картаһына айыу майы һөртөп, тиҙ генә тая. Аҙаҡ интернет-сайт аша ике операция башҡара. Һөҙөмтәлә 96 мең һум аҡсаны анһат ҡына кеҫәһенә һалып ҡуя.
Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре был ханымдан да сосораҡ икән. Уның эҙенә тиҙ төшә. Ул райондың Ураҙ ауылынан 29 йәшлек ханым була.
Зирәк ҡунаҡҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Бур ҡайҙа икән?

Өфөлә була был хәл. Көндөҙгө сәғәт бер. Бер ханым 82 йәшлек әбейгә социаль хеҙмәтләндереү бүлеге хеҙмәткәре булыуын белдерә.

– Киләһе айҙан пенсионерҙарға өҫтәмә аҡсалата компенсациялар буласаҡ, – ти ул, хәстәрлекле йылмайып. – Бының өсөн беҙгә аҡсаларығыҙҙың һандарын яҙып алырға кәрәк.
“Пенсия, өҫтәмә” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәндә, барлыҡ әбей-бабайҙарҙың да ҡолағы ҡарп итеп ҡалалыр, моғайын. Был әбей ҙә барлыҡ йыйынтығын сығарып һала. Шуны ғына көткән ҡатын тиҙерәк сығып һыҙа. Ишеген бикләп, бүлмәһенә ингәс кенә, әбей һемәйгәнен, 165 мең һум аҡсаһын тоттороп ебәргәнен аңлап ҡала.
Шуға ла һаҡ булығыҙ, таныш булмаған кешеләргә ишек асмағыҙ, тип иҫкәртә тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре. Әгәр ят ҡунаҡ коммуналь йәки социаль хеҙмәткәр булыуы хаҡында әйтһә, был хаҡта улар эшләгән ойошмаға шылтыратып, уның дөрөҫлөгөн аныҡлағыҙ.


Һаулығың нисек?

Армияға яҙғы саҡырыу башланды. Ҡулына ҡорал алып, тыуған илде һаҡларға әҙерләнгән егеттәрҙең һаулығы нисек?
Рәсәй Оборона министрлығының хәрби-табип экспертизаһының баш үҙәк начальнигы полковник Александр Чаплюк белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ күрһәткесе яҡшырған, бөгөн призывниктарҙың 78-79 проценты хеҙмәт талаптарына тап килә.
Әйткәндәй, егеттәрҙе армияға алыуҙың биш категорияһы бар. “А” призывник хеҙмәткә яраҡлы тигәнде аңлата. Был мәктәптәге “бишле” билдәһе кеүек. Юғары балл йәштәрҙең сәләмәтлегенең яҡшы булыуын күрһәтә. Ә бына “Б” категорияһы, моғайын, иң таралғанылыр. Ул егеттәрҙең аҙыраҡ сикләүҙәр менән армияға яраҡлылығын раҫлай. “В” – егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә яраҡлы, әммә ғәскәрҙәргә алынмау билдәһе. “Г” категорияһы – сәләмәтлеге сәбәпле ваҡытлыса ҡулына ҡорал алырға яраҡһыҙлығы хаҡында. Бындай үҫмерҙәргә ярты йылдан бер йылға тиклем армиянан сикләү бирелә. Был ваҡыт – уға өҫтәмә рәүештә тикшерелеү йәки дауаланыу өсөн. “Д” йәш кешенең һаулығы хәрби хеҙмәт талаптарына бөтөнләй яуап бирмәүен аңлата.
Шуныһы үҙенсәлекле: бер арауыҡта хеҙмәттән ҡасып ҡалырға теләүселәр шаҡтай күп булһа, был күренештең кәмеүе күҙәтелә. Беренсенән, хәҙер “һалдат бутҡаһы”ның срогы ҡыҫҡарҙы. Ҡораллы Көстәрҙең абруйы арта, хеҙмәт итеү шарттары ныҡ үҙгәрҙе. Туҡланыуҙың сифатын яҡшыртыуға, кейем менән тәьмин итеүгә етди иғтибар бирелә. Йәнә һалдатҡа алыу кеүек сараларҙың барышын егеттәрҙең атай-әсәйҙәренә танышып һәм күҙәтеп барыу мөмкинлеге мөһим роль уйнай.
Ниндәй ауырыуҙар арҡаһында егеттәр башлыса армиянан кисектерелә һуң? Тәүге урында – һөйәк-мускул системаһы. Был төргә яҫы табанлылыҡ, сколиоз, быуын ауырыуҙары инә. Икенсе урында – ҡан әйләнеше системалары ауырыуҙары, йөрәк тибешенең төрлө боҙолоуҙары, өсөнсө – ашҡаҙан-эсәк, сей яра сирҙәре.

Байкал
буйында йәшәй бер әбей


Донъяла ғәжәп кешеләр бар. Берәүҙәр тормошон халыҡ мыжғып торған ҡаланан башҡа күҙ алдына килтермәһә, икенселәр, киреһенсә, һил тормошта бер үҙе йәшәүҙе хуп күрә. Мәҫәлән, Байкал күле буйында Халы утарында Любовь Мореходова яңғыҙы ғүмер итә.


Бында транспорт йөрөмәй, ҡыш юлдарҙы ҡар баҫа. Иң яҡындағы биҫтәгә ҡоро ерҙән – 30 километр, ә Байкал аша – дүрт саҡрым. Ҡыш аҙыҡ-түлек кәрәк булһа, әбей конькиҙарын кейә лә Байкал күле аша тураға бара.
– Үҙем 1941 йылда тыу­ғанмын. Ә коньки 1943 йылғы. Шулай булғас, беҙ тиңдәштәр, – тип һөйләй ул. – Дүрт саҡрым барырға, унан кире ҡайтырға кәрәк. Беренсе кластан бирле ошо конькиҙа шыуам. Элек эшләй белгәндәр бит. Һаман да миңә тоғро хеҙмәт итә. Хәҙер ҡартайҙым инде, бына билем ауырта. Шулай ҙа конькиҙа елдерә башлаһам, онотола. Ел дә уңай булғанда, осам ғына. Пальтоны ысҡындырып алһам, елкәнле карап кеүек барам.
Любовь Улан-Ханда тыуған. 1950 йылда Иркутск ГЭС-ын төҙөй башлағас, һыу баҫыуҙан ҡурҡып, ата-әсәһе Халыға күсенгән. Үҫеп еткәс, ҡыҙ Иркутскиға киткән. Унда техникум, институт тамамлаған. Бер аҙҙан тормошҡа сыҡҡан, дүрт бала тәрбиәләгән. 2002 йылға тиклем заводта эшләгән.
2011 йылда ул ире менән ата-әсәһенең йортона ҡай­тырға була. Йорт-тирәһен ҡараштырып, ут индергәндәр. Әммә бер аҙҙан ире баҡый­лыҡҡа күсә. Яңғыҙ ҡалһа ла, ул тыуған йортон ташлап китергә уйламай. Әбей бер нәмәнән дә ҡурҡмай.
– Көн һайын алтынсы яртыла торам, мейесте тоҡандырам, үҙемә, эттәремә ашарға беше­рәм. Унан һыйырҙарҙы, быҙау­ҙарҙы ашатам. Байкалда мәке уйып, һыу ташыйым, – ти ул.
Любовь мал һуйырға кеше эҙләп йөрөмәй. Һыйырын үҙе сала, уны эшкәртә. Һуңғы ваҡытта сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, бынан китергә йыйынмай.
– Байкал ҡырыҫ. Ул төҫөн йыш үҙгәртеп тора. Әле көҙгө кеүек ялтырай, әле ҡурҡыныс булып шаҙралана. Тәҙрәнән ҡарап ултырам, шулай ҙа бик матур ул. Бындағы тормош ифрат оҡшай, – ти ул.


Вернуться назад