Мөһим осор башланды20.04.2018
Мөһим осор башландыХөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

1 апрелдән 2018 йылдың II ярты йыл­лы­ғы­на мат­бу­ғатҡа яҙылыуҙың төп осоро башланды. “Баш­ҡортостан” гә­зитенән артабан да айырыл­мағыҙ. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы геройҙар, уҡым­лы мәҡәләләр, фә­һемле әҫәрҙәр көтә. Баҫмабыҙ һәр милләт­тәшебеҙҙең күңе­лендә, һәр йорттоң түрендә булһын.

Хаҡтар түбәндәгесә:

П2729 (аҙнаһына өс тапҡыр) — 1439 һум 22 тин;
П3030 (аҙнаһына бер тапҡыр) — 657 һум 42 тин;
электрон версия — 834 һум;
Өфө ҡалаһы халҡы редакциянан килеп алыу шарты менән арзан хаҡҡа яҙыла ала — 756 һум.

“Башҡортостан”ға яҙыл да бүләк от!

Мөһим осор башланды“Башҡортостан” гәзите быйыл да баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар араһында бүләктәр уйнатырға булды. Бәйге май аҙағына тиклем дауам итә. Гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде “Республика Башкортостан” дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә эйә булғығыҙ килһә, “Башҡортостан” менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен ебәрергә кәрәк.
Сәй сервизы, сәйнүктәр, термостар эйәләрен көтә.

БЕРГӘ БУЛДЫҠ, БЕРГӘ ҠАЛАЙЫҠ!


Вернуться назад