Староста килә!20.04.2018
Башҡортостан ауылдарында “биләмә старостаһы” тигән вазифа барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡ мәнфәғәтен яҡлаясаҡ. Ил Президенты Владимир Путин урындағы үҙидараны ойоштороуҙы камиллаштырыу буйынса ҡануниәткә үҙгәреш индерҙе.
Староста граждандарҙың йыйыны тәҡдименә ярашлы әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған кешеләр иҫәбенән муниципаль берәмектең вәкиллекле органы тарафынан тәғәйенләнә. Закон менән уның статусы һәм вәкәләттәре билдәләнә. Атап әйткәндә, дәүләт, граждан хеҙмәте, муниципаль хеҙмәт вазифаһын башҡарған кеше биләмә старостаһы була алмай, тип күҙаллана. Уның вәкәләттәре кәмендә ике йыл, ә иң күбе биш йыл дауам итә. Ул халыҡ менән даими бәйләнештә булырға, урындағы үҙидара органдарына кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен һәм тәҡдимдәрен еткерергә тейеш.
Зыян –
30 миллиард һум
Янғын хәүефе юғары булған осор башланыуға бәйле Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Йәмәғәт мониторингы үҙәгендәге эксперттар һәм әүҙемселәр иҫкәртеү саралары ойоштора.
Урман эргәһендәге биләмәләрҙә янғынды иҫкәртеү маҡсатында ирекмәндәр ҡатнашлығында патруль хеҙмәте эшләй, ошо мәсьәлә буйынса төҙөлгән пландарҙың үтәлеше тикшерелә.
Быйыл Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Ирекмән йылы нигеҙендә урмандағы янғынды һүндереү һәм ауылдарҙы һаҡлау буйынса күсмә янғын һүндереү отрядтарын ойошторҙо. Улар алдында ҙур бурыс ҡуйыла. Эксперттар әйтеүенсә, йыл һайын Рәсәйҙә өс миллион гектар самаһы урман уттан һәләк була, зыян 30 миллиард һумға яҡын тәшкил итә. Урманды артабан тергеҙеүгә тотоноласаҡ аҡсаны индергәндә, сығым бер нисә триллион һумға етәсәк.
Урман янғындарының төп сәбәбе булып әүәлгесә кеше эшмәкәрлегендәге һаҡһыҙлыҡ ҡала.
“Беренсе Республика”
Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Башҡортостанда тулы метражлы нәфис фильм төшөрөлә. Уның буйынса эш 24 майҙа башлана.
— “Беренсе Республика” фильмы өсөн Башҡортостан Хөкүмәте өҫтәмә аҡса бүлде, — тине фильмдың продюсеры, “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов. — Әле әҙерлек эштәре бара, павильон әҙерләнә, декорациялар өсөн һыҙмалар төҙөлә. Минеңсә, республиканың 100 йыллығына әҙерлеккә лайыҡлы өлөш индерәсәкбеҙ. Проект республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә уңыш яулар тигән өмөттәбеҙ.
Фильмдың нигеҙендә — республиканың тарихы, танылған ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәрҙең, ғалимдарҙың, шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың яҙмышы. Ул 1920 – 1950 йылдарҙың тарихи осорон үҙ эсенә ала. Ваҡиғалар фильмдың геройы — “Башҡортостан” гәзитенең тәүге баш мөхәррирҙәренең береһе Ҡасим Аҙнабаев образы аша күрһәтеләсәк. Был ролде Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, актер һәм каскадер Роберт Йылҡыбаев башҡарасаҡ.
Фильм Өфөлә, Стәрлетамаҡта төшөрөлә. Режиссеры — Булат Йосопов.
Һорауҙарығыҙ булһа...
25 апрелдә көндөҙгө сәғәт 3-тән Республика йортоноң йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат секретары, Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы начальнигы Ф.М. Йәғәфәров граждандарҙы ҡабул итә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Сараға алдан яҙылыу өсөн телефондар: 8 (347) 280-81-10, 280-81-06, 280-81-14.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.