Табипҡа ҡамасаулаһалар...20.04.2018
Ил Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә табиптарға ҡамасаулаған ғәмәлдәр өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса сара күреү бурысын йөкмәтте.
Президент күптән түгел һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән осрашҡайны. Һөҙөмтәлә дәүләт башлығы ошондай ҡарарға килде.
Әйткәндәй, былтыр Өфөлә бер ир вафат булғайны. Иҫерек күршеһе арҡаһында табиптар уға ваҡытында ярҙам күрһәтә алмаған. 2017 йылдың йәйендә Дәүләт Думаһында ла “Ашығыс ярҙам” машинаһын үткәрмәгән водителдәргә ҡарата (әгәр бындай хәл һөҙөмтәһендә пациент сәләмәтлегенә зыян килһә) енәйәт яуаплылығын ғәмәлгә индерергә тәҡдим иткәйнеләр.