Колледж студенттарына әрмегә барыу кисектерелә20.04.2018
Башҡортостанда 20 йәшлек колледж студенттарын хәрби хеҙмәткә саҡырмаясаҡтар. Бындай хәл ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле.

– Быйыл яҙ колледждарҙа белем алған егерме йәше тулған егеттәрҙе уҡыу йортон тамамлағанға тиклем Ҡораллы Көстәр сафына алмаясаҡтар, – тине республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко. – Федераль ҡануниәттәге был үҙгәреш былтыр 1 ғин­уарҙан ғәмәлгә инде.
Хәрби комиссар әйтеүенсә, ошо норма арҡаһында республикала хеҙмәткә саҡырылғандар һаны мең кешегә кәмегән.
Башҡортостандан Ҡораллы Көстәрҙе тулыландырған егеттәрҙең белем кимәле түбәндәгесә:
юғары белемлеләр – 1900-ҙән ашыу;
урта һөнәри белемлеләр – 6000-дән ашыу;
урта дөйөм белемлеләр – 1000 самаһы;
төп дөйөм белемлеләр – 600-ҙән ашыу.
Хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш осоронда Башҡортостандан биш меңдән ашыу кеше әрмегә алына. Хәрби-йыһан көстәрендә – 200, Һауа-десант ғәскәрҙәрендә – 140, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә 170 яҡташыбыҙ хеҙмәт итәсәк тип күҙаллана. Егеттәребеҙҙең тәүге төркөмө 25 апрелдә хеҙмәт урынына юллана.


Вернуться назад