Өҫтөнлөк – хакимиәт башлығына20.04.2018
Ил Хөкүмәте “Рәсәй Федерацияһында мобилизациялы әҙерлек һәм мобилизация тураһында”ғы Федераль закондың 20-се статьяһына, “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы Федераль закондың 27-се статьяһына Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән үҙгәрештәрҙе хупланы.
Закон проектындағы яңы нормаға ярашлы, теләһә ҡайһы муниципаль берәмек башлығы түгел, ә урындағы хакимиәт башлығы ғына граждандарҙы мобилизациялау буйынса комиссияға етәкселек итә ала. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы рәйесен билдәләү йәһәтенән дә ошондай уҡ норма тәҡдим ителә.
– Башҡортостан һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәр өсөн бындай үҙгәрештәр ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Республикабыҙҙа даими нигеҙҙә эшләмәгән вәкиллекле урындағы үҙидара органдары етәкселәре, ҡағиҙә булараҡ, муниципаль берәмек башлығы булып тора. Уларҙан айырмалы, урындағы хакимиәт башлыҡтары хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларына йөкмәтелгән мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү өсөн күберәк вәкәләттәргә һәм ғәмәли мөмкинлектәргә эйә.
Тап урындағы хакимиәттәр граждандар тарафынан хәрби бурысты үтәүҙе тәьмин итә, мобилизациялы әҙерлек һәм мобилизация өлкәһендәге бурыстарҙы тормошҡа ашыра. Шуға күрә хеҙмәткә саҡырыу комиссияларына етәкселек итеүҙе вәкиллекле органдарға түгел, ә хакимиәт башлыҡтарына тапшырыу дөрөҫөрәк булыр ине. Башҡортостан парламенты башланғысын Дәүләт Думаһының Оборона, Федератив ҡоролош һәм урындағы үҙидара мәсьәләләре комитеттары хупланы. Ошо арала Дәүләт Думаһы закон проекттарын беренсе уҡыуҙа тикшерергә ниәтләй.
– Был мәсьәлә Башҡортостанға ғына түгел, ошондай уҡ урындағы үҙидара органдары системаһы булған илдең бүтән субъекттарына ла ҡағыла. Төбәк парламенттары закон проекттарын берҙәм яҡлап сығыр һәм Дәүләт Думаһы уның буйынса ыңғай ҡарар ҡабул итер, тип ышанам, – тине Константин Толкачев.