Ҡарҙар ирей, һыу таша18.04.2018
Республикала бер тәүлек эсендә Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы 47 сантиметрға күтәрелеп, 268 сантиметрға еткән.

Икенсе урында — Ағиҙел йылғаһы. Илеш районының Андреевка ауылы янында ул бер тәүлектә 41 сантиметрға күтәрелгән. Әле йылғала һыу кимәле 399 сантиметрға етә. Бөрө ҡалаһы эргәһендә лә Ағиҙел ярайһы уҡ ташҡан. 17 апрелдә һыу кимәле 495 сантиметр тәшкил итә.
Ҡайһы бер биләмәләрҙә ташҡын бөтөүгә бара. Ҡариҙел районының Үрге Һөйән ауылында Ҡариҙел йылғаһында һыу кимәле бер тәүлектә 54 сантиметрға түбәнәйгән. Шулай уҡ Ашҡаҙар, Стәрле, Инйәр, Өршәк, Дим, Йүрүҙән, Сәрмәсән, Әй, Эҫем йылғалары ла ярҙарына ҡайта башланы.


Вернуться назад