Яҙғы ташҡын хәүефе юҡҡа сығып өлгөрмәне, яңы афәт килде — Башҡортостанда кипкән үлән яна. Уҙған ял көндәрендә республика Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте 3,5 гектарҙан ашыу майҙанды яулап алған утты һүндереү менән мәшғүл булды. Ҡотҡарыусылар баҡсаларҙы, ихаталарҙы тәртипкә килтергәндә һаҡ булырға саҡыра. Йыйылған сүп-сарҙы кисекмәҫтән биләмәнән сығарырға кәрәк. Уны яндырыу тыйыла. Ихаталарға һыу һалынған һауыттар ҡуйырға, балаларға шырпы менән уйнауҙың хәүефле булыуы хаҡында иҫкәртергә кәңәш ителә. Урмандарҙа усаҡ яғыу, шырпы һыҙыу, тәмәке төпсөктәрен һүндермәйенсә ташлау, быяла шешәләрҙе ҡояшта, рөхсәт ителмәгән урындарҙа бензинлы, кәрәсинле әйберҙәрҙе ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу, штраф һалыу, килтерелгән зыянды ҡаплатыу ҡарала.