Башҡортостанда квадрокоптерҙар ярҙамында юлдағы тәртипте яҡшыртырға ниәтләйҙәр. Төбәк Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Ҡырмыҫҡалы районында эксперимент рәүешендә бер пилотһыҙ аппарат осоролған. Квадрокоптер автомобилдең ҡаршы яҡ юлға сығыу осрағын теркәгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был тәртип боҙоу осрағын иғтибарға алған.Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһында әлегә квадрокоптерҙар юҡ. Ведомствола әйтеүҙәренсә, ҡайһы бер төбәктәрҙән Эске эштәр министрлығы был техника төрөн һатып та алған. Уларҙың тәжрибәһе өйрәнеләсәк һәм ыңғай һөҙөмтә булған осраҡта Башҡортостанда авария хәүефе юғары булған юл участкаларында файҙаланыласаҡ.
Әйтергә кәрәк: квадрокоптерҙар төбәктәге ташҡынды мониторинглағанда үҙҙәрен ыңғай яҡтан күрһәтте. Ҡотҡарыусылар Өфө районының Зубов ауылында һыу баҫыу зонаһын тикшергәндә дүрт аппаратты ҡулланған.