Яҡшы йолаға әүерелгән башҡорт теле буйынса төбәк диктанты 21 апрелдә ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Башҡорт дәүләт университетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” әҫәренән өҙөк файҙаланырға ҡарар ителде. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов уҡыясаҡ.
— Текст ҙур түгел. Әле Олег Закир улы менән репетиция яһайбыҙ. Артабан республика ҡалаларына, райондарына, Рәсәй төбәктәренә ебәреү өсөн видеояҙма әҙерләнәсәк. Ул Төбәк диктанты үткәрелгәндә тапшырыласаҡ, — тине БДУ кафедраһы мөдире Гөлфирә Абдуллина.
Акция үткәреләсәк урындар:
БДУ-ның төп уҡыу корпусы (Зәки Вәлиди урамы, 32, 01, 02-се аудиториялар);
БДУ-ның Хоҡуҡ институты (Достоевский урамы, 131);
Тарих һәм дәүләт идараһы институты (Карл Маркс урамы, 3/4);
БДУ филиалдары, Өфөләге һәм башҡа ҡала, райондарҙағы, шулай уҡ күрше төбәктәрҙәге урта, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениелары.