Республика Хөкүмәте профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ҡоҙоҡтарҙа, котловандарҙа һәм траншеяларҙа эштәр башҡарғанда һәләк булыу, производствола имгәнеү осраҡтарын иҫкәртеү сараларын көсәйтеү бурысын йөкмәтте. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов федераль башҡарма власть органдарының территориаль структуралары етәкселәре менән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Сараның көн тәртибенә 13 апрелдә Өфөнөң Ағиҙел урамындағы “Пристань” кафе-ресторанында булған фажиғә тураһындағы мәсьәлә индерелде. Ҡоҙоҡта эшләгәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәмәү һөҙөмтәһендә биш кеше һәләк булды. Хәлдең сәбәбен асыҡлауға тәфтиш органдары йәлеп ителде. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, эшселәрҙең береһе һыуҙы асыу өсөн ҡоҙоҡҡа төшкән һәм аңын юғалтҡан. Быны күргән иптәштәре уға ярҙамға ашыҡҡан, әммә метан менән ағыуланып иҫен юғалтҡандар һәм һәләк булғандар.
— Компетентлы дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары ошо йүнәлештә системалы иҫкәртеү эшен алып барырға тейеш, — тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан насос станциялары ҡоҙоҡтарында эш башҡарғанда үлем һәм имгәнеү осраҡтары юғары булған төбәктәр иҫәбенә инә. 2016—2017 йылдарҙа республикала ошондай ун ваҡиға теркәлгән.