Ҡар ирей...17.04.2018
Тауҙарҙа ҡар ирей башланы. Шуға күрә Башҡортостанда ташҡындың икенсе тулҡынын һәм йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүен көтәләр. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.
— Тиҫтәнән ашыу муниципаль берәмек контролгә алынғайны. 216 йорт биләмәһе, 461 кеше йәшәгән 24 торлаҡ йорт һыу баҫыу зонаһына эләкте. Зыян күргәндәрҙең барыһы ла эвакуацияланды. Улар ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына барыуҙан баш тартып, туғандарында туҡталды, — тине Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, әле биш ауылда 40 йорт ихатаһы хәүеф зонаһында ҡала. Тағы ла бер юл участкаһы һыу аҫтында. Өфө районының Зубов ҡасабаһында Бәрҫеүән йылғаһы ярҙарынан сыҡҡайны. Бында 14 йорт ихатаһын һыу баҫҡан. Был биләмәлә ҡотҡарыусылар дамба ҡорҙо, әле һыу кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә.
Марат Латипов билдәләүенсә, биләмәлә һыуҙы һурҙыралар, ике насос станцияһы ҡуйылған. Баш ҡалабыҙҙың ташҡынға эләккән урындарынан 20 мең кубометрҙан ашыу һыу һурҙырылған.