– Ҡыҙым, был үләндәр ҡайҙа йыйылған?
– Башҡортостанда.
– О-о-о, улай булғас эш башҡа, алам!
Бына шундай ҡәнәғәтлек кисереп, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы һатып ала ине халыҡ республиканың Ауыл хужалығы министрлығында ойошторолған күргәҙмәлә.
– Бөгөн һатып алыусы тәбиғи ысул менән етештерелгән, йәғни экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте алыуға айырыуса иғтибар бирә башланы. Шуға ла үҙебеҙҙең тауарҙарға ихтыяж көндән-көн арта. Ошо сараны ойоштороп, ҡала халҡына республикала ла бынамын тигән фермер-етештереүселәр барлығын, уларҙың яҡшы сифатлы, тәбиғи аҙыҡ-түлеген күрһәтергә теләйбеҙ, – ти Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Оксана Шапранова.
Йәрминкәнең ашхана холында ойошторолоуына бәйле, әлегә Туймазы, Федоровка, Өфө, Благовар, Стерлетамаҡ, Дәүләкән, Стәрлебаш райондарынан бары ун етештереүсене генә саҡырғандар. Әгәр ҙә халыҡҡа бындай саралар оҡшаһа, ул саҡта ҡатнашыусыларҙы ла, тауар төрлөлөгөн дә арттырырға ниәтләйҙәр.
Халыҡтың әүҙемлегенә ҡарағанда, фермер йәрминкәһенең киләсәге бар. Тәүге осраған һатып алыусынан: “Көнбағыш майы алдым. Баҙарҙа бындай майҙы осратҡаным булманы. Ваҡыты-ваҡыты менән ошондай йәрминкәне ойоштороп торорға кәрәк. Төбәктә етештерелгән аҙыҡ-түлек күңелгә яҡын, үҙебеҙҙеке бит”, – тигән баһаны ишетеү ҙә ошо хаҡта һөйләй.