“Ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратығыҙ06.04.2018
10 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһында республика буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Заһит улы Ғилметдинов менән “ҡыҙыу телефон” элемтәһе ойошторола.

Инспекция етәксеһенә юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, юл-транспорт ваҡиғаларын тикшереү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. “Ҡыҙыу элемтә” телефондары: 8 (347) 229-74-58, 8 (347) 229-74-76.



Вернуться назад