Ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән04.04.2018
Быйыл йәй Башҡортостанда һуҡыр-һаңғырау бала тәрбиәләгәндәр өсөн тәүге тапҡыр “Әсә мәктәбе” ойошторола. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Шишмә районындағы “Сәлих” социаль-белем биреү үҙәге нигеҙендә уҙғарыла.

Бындағы майҙансыҡта Ырым­бурҙан, Ижевскиҙан һәм Ново­сибирскиҙан килгән ун ғаилә менән дефектолог, психолог кеүек бел­гестәр эшләйәсәк, уларға БДПУ-нан ирекмән студенттар ҙа ҡушыласаҡ.
“Әсә мәктәбе” — бер үк ваҡытта күреү һәм ишетеү һәләтендә кәмсе­лектәре булған балаларға ярҙам итеүгә генә түгел, шулай уҡ уларҙың ата-әсәһенә белем биреүгә йүнәлтелгән пилот проекты. “Һуҡыр-һаңғырауҙар ғаилә­ләре берләшмәһе” төбәк-ара хәй­риә йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләрен үҫтереү програм­маһы етәксеһе, Түбәнге Новгородтан инвалид бала әсәһе Юлия Кремнева Президент гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылған “Әсә мәктәбе” Бөтә Рәсәй проектына майҙан­сыҡ һаҡлау маҡсатында Өфөгә килде. Әйткәндәй, был проект Түбәнге Новгород, Бөйөк Новгород, Кисловодск, Өфө ҡала­ларында ғәмәлгә ашырыла.
Был лагерҙың үҙенсәлеге шунда: беренсенән, төрлө йүнәлеш­тәге педагогтар бергә йыйылып, үҫешендә кәмселектәр булған аныҡ баланың проблемаларын хәл итеүгә бөтә иғтибарын һәм тырышлығын йүнәлтәсәк. Бынан тыш, тәжрибә уртаҡлашыу, күнекмә­ләр программаһын төҙөү мөмкинлеге лә бар. Икенсенән, ата-әсәләргә лә белгестәр ярҙам күрһәтәсәк. Өсөнсөнән, тығыҙ аралашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яңы ҡараштарҙы, алым­дарҙы һәм программаларҙы ки­ләсәктә башҡа төбәктәргә лә таратасаҡтар.
Ике йыл эсендә Башҡортос­танда һуҡыр-һаңғырау кешеләргә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылды. Белгестәр әҙер­ләнде, һуҡыр-һаңғырау ғаиләләр берләшмәһе ойошторолдо, ял үҙәге, тәүге ике көнлөк ғаилә мәктәбе асылды. Әммә “Әсә мәктәбе” проекты — күләмлерәк, төбәк-ара кимәлдәге сара. Уға төрлө белгестәр, шул иҫәптән арттерапевтар, дауалау физкуль­тураһы инструкторҙары, дефектологтар, психологтар йәлеп ителә.


Вернуться назад