Балалар комплексы – беренсе ҡатҡа күсерелә04.04.2018
Сауҙа үҙәктәре хужаларына кинотеатрҙарҙы һәм балалар комплекстарын биналарҙың беренсе ҡатына күсереү бурысын йөкмәтәләр, тип хәбәр итте “Известия” гәзите, Дәүләт Думаһының Именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү комитеты рәйесе урынбаҫары Анатолий Выборныйға һылтанып.
— Комитет ҡарамағындағы комиссияның эше яҙғы сессияла тамамланыр, шунда уҡ тейешле закон инициативалары ла булыр, тип ышанам. Минеңсә, йыл аҙағына тиклем норматив-хоҡуҡи көйләү йәһәтенән бөтә эш башҡарылыр, быйылдан сауҙа үҙәктәре үҙгәртеп ҡороуға тотонасаҡ, — тине ул.
Закон сығарыусылар 25 мартта Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәгендәге янғындан һуң балалар өсөн уйын зоналарын һәм кинотеатрҙарҙы үҙәктәрҙең беренсе ҡатына күсерергә теләй.