Өр-яңы план төҙөлдө04.04.2018
Сәнәғәт ҡеүәтен арттырыу маҡсатында Башҡортостанда импортты алмаштырыу буйынса өр-яңы төбәк планы төҙөлдө. Тиҙҙән ул республика Хөкүмәте ҡарауына индереләсәк, тип белдерҙе Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин.
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителеүенсә, 2015 — 2017 йылдарға импортты алмаштырыуға ярҙам итеү буйынса республика “юл картаһы” нигеҙендә 45 сара планлаштырылғайны. Әле уларҙың барыһы ла тормошҡа ашырылды.
Һуңғы йылдарҙа республикала ойошторолған профилле тармаҡ кластерҙары пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды. Улар иҫәбенә бәләкәй тоннажлы химия, нефть һәм газ инжинирингы, геофизика, территориаль нефть химияһы, шулай уҡ радиоэлектроника кластерҙары инә.
2015—2016 йылдарҙа Башҡортостандағы туғыҙ предприятие Сәнәғәтте үҫтереү фондының ташламалы займы рәүешендәге дәүләт ярҙамы сараһынан файҙаланған. Модернизациялау, техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу һәм яңы продукция етештереүҙе яйға һалыу проекттарына 1,7 миллиард һумлыҡ займ алынған. Федераль фонд 508 миллион һумлыҡ тағы ла өс проектты хуплаған. Машиналар эшләү, металлургия һәм химия сәнәғәте предприятиелары ярҙам алған. Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү фонды төҙөлдө. 2017—2019 йылдарҙа төбәк ҡаҙнаһынан фондты йыл һайын 100 миллион һум күләмендә финанслау күҙаллана. Эксперттарҙың фекеренсә, был республика фонды йүнәлткән 1 һум аҡсаға кәмендә 5,67 һумлыҡ тышҡы инвестиция йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.