Башҡортостанда иң көслө ташҡын 1979 йылда күҙәтелгән. Ул саҡта Ағиҙел йылғаһы 10 метр самаһы күтәрелеп, бер нисә тиҫтә тораҡ пункт һыу аҫтында ҡала. Һуңғы осорҙағы көслө һыу баҫыуҙарҙы барлаһаҡ, 2007 йылдағы ташҡынды билдәләргә була. Ул йылда Ейәнсура, Иглин, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ҙур зыян күрҙе.
2008 – 2013 йылдар аҙ һыулы булды, ә 2014 йылдан яуым-төшөм кимәленең артыуы сәбәпле, ташҡын һыуҙарының күтәрелеүе күҙәтелде. Быйылғы яҙ
нимә вәғәҙә итәТашҡын кимәленә ҡыш дауамында яуған ҡар, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, һауа температураһы һәм башҡа факторҙар йоғонто яһай.
Былтыр ҡыш яуым-төшөм 70 процентҡа күберәк булғайны. Норма һуңғы утыҙ йылдағы уртаса яуым-төшөм кимәленән сығып билдәләнә. Быйыл ул норманан 30 процентҡа аҙыраҡ күҙәтелде.
— Бөгөнгә ҡарҙағы һыу запасы республиканың төрлө райондарында уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙең 30-60 процентын тәшкил итә, ниндәйҙер биләмәләрҙе һыу баҫыу ҡурҡынысы янамай, шулай ҙа дала йылғаларында, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге арҡаһында, был мәсьәләнең киҫкен тороуы ихтимал, — тип сығыш яһаны ташҡынға ҡаршы Хөкүмәт комиссияһы ултырышында БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.
Тупраҡтың туңыуы – ул ҡышҡыһын ер ҡатламында нуль һәм унан түбәнерәк температураның урынлашыуы. Уның тәрәнлеге һыуҙың тупраҡҡа һеңеүенә йоғонто яһай, йәғни ер ни тиклем нығыраҡ туңһа, ирегән ҡар һыуҙары йылға-күлдәргә шул сама күберәк ағып төшә.
— Ҡайһы бер гидрологик постарҙа һыуҙың ныҡ туңыуы күҙәтелә. Тәрәнлеге 130 сантиметр булған йылғаларҙа боҙҙоң ҡалынлығы 100 сантиметр тәшкил итә — был йылға тотош боҙ менән ҡапланған тигәнде аңлата. Барыһы ла яҙҙың нисек булырынан ҡала, әгәр кинәт иретһә, йыйылған боҙ һыуҙың ағышына кәртә булып, тораҡ пункттарын һыу баҫыуы ихтимал. Хәүеф тураһында алдан иҫкәртеү маҡсатында, республиканың һигеҙ йылғаһында 14 автоматик гидропост урынлаштырылды, — тине кәңәшмәлә Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг үткәреү буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Вилора Грохольская.
Ғәҙәттә, тәүлек әйләнәһендәге уртаса температура нуль билдәһендә йәки унан юғарыраҡ булһа, ныҡлап иретә башлай.
Республикала яҙҙың беренсе айында циклондар тәьҫире арҡаһында тотороҡһоҙ, күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән түбән температуралы һауа торошо күҙәтелде. Апрелдең беренсе декадаһында нуль градустан юғарыға күсеү көтөлә, йылғалар 10-15 апрель арауығында “уянасаҡ”, тип фараз итә метеорологтар.
Башгидрометтың күҙаллауҙары авиация ярҙамында ҡарҙың ҡалынлығын билдәләүсе гамма-съемка күрһәткестәренә таянып эшләнәсәк һәм ҙур һыу осороноң нисек үтәсәген ярайһы уҡ аныҡ билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Был алым һуңғы өс йыл дауамында ҡулланылып, юғары һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Былтыр эштәр географияһы тағы ла киңәйҙе: элек Ағиҙел йылғаһы бассейны ғына тикшерелһә, 2017 йылдан Урал йылғаһы бассейнында ла гамма-съемка яһала башланы.
Республикала ҡар ҡатламындағы һыу запасын билдәләү быға тиклем Башгидромет станцияларында ҡулдан үлсәү юлы менән башҡарыла, әммә был ысул менән бөтә урындарҙы ла тикшереү мөмкин булмай, бигерәк тә ҡар ҡатламы тәрән булған таулы-урманлы төбәктәр ситтә ятып ҡала. Авиация ярҙамында яһалған гамма-съемка яҙғы ташҡын башланғанға тиклем үк ҡар ҡатламындағы һыу миҡдарын аныҡ билдәләргә ярҙам итә. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республикабыҙ — тотош Рәсәй Федерацияһында бындай алымды ҡулланыусы берҙән-бер төбәк.
Һыу баҫыу ҡурҡынысы кемдәргә янайБР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, быйылғы ҡыш яуым-төшөм аҙыраҡ булһа ла, йылғаларҙың “сюрприз” килтереүе ихтимал. Әгәр ҙә кинәт йылытһа, ер ирегән ҡарҙы тиҙ генә һеңдереп өлгөрмәйәсәк, шул сәбәпле һыу кимәленең ныҡ күтәрелеүе ихтимал.
Ташҡын үтә көслө булған осраҡта, республиканың 258 тораҡ пунктына һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Был биләмәләрҙә 80 меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң ҙур хәүеф, әлбиттә, йылғаларға, һыу һаҡлағыстарға яҡын уйһыу ерҙәрҙә урынлашҡан ауыл-ҡалаларға янай. Әммә бығаса бер ҡасан да ташмаған бәләкәй йылғалар ҙа ярҙарынан сығыуы ихтимал, шуға күрә һәр ҡайһыбыҙға уяу булыу зарур. Һуңғы биш йылды алып ҡараһаҡ, һыубаҫар төбәктәр тип Белорет һәм Йәрмәкәй райондарын, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларын әйтергә була. Хәүеф биләмәһенә ингән тораҡ пункттарҙың тулы исемлеге БР Хөкүмәтенең 2013 йылдың 30 ғинуарында ҡабул ителгән “Гидрологик һәм гидродинамик күренештәр һәм процестар һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһының һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған тораҡ пункттары реестрын раҫлау тураһында 22-се ҡарарында бирелгән. Был документты интернетта ла табырға мөмкин. Реестр йыл һайын үҙгәреп тора.
Һыуҙың яҡын булыуы – ташҡын ҡурҡынысы өсөн төп сәбәп, әммә башҡа хәүеф факторҙары ла етерлек. Мәҫәлән, йылғаларҙағы тығын, һыу канауҙарының төҙөк булмауы ла хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Шуға күрә йәй, көҙ миҙгелдәрендә һыу ятҡылыҡтарының төбөн, йылғаларҙың үҙәнен таҙарталар, ярҙарҙы нығыталар, һыу үткәргес ҡоролмаларҙы тикшерәләр. Ташҡын алдынан быуаларҙағы һыуҙы ағыҙалар.
Шәхси секторҙа йәшәүселәргә йорт янындағы һыу канауҙарын боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартып ҡуйыу зарур.
Әҙерлек ниндәй кимәлдәРәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһы, йәғни ете меңдән ашыу кеше һәм мең ярым самаһы берәмек техника яҙғы ташҡын мәленә тулыһынса әҙер. Улар иҫәбенә профессиональ ҡотҡарыусылар, штаттан тыш авария-ҡотҡарыу, коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәрҙең авария-тергеҙеү бүлексәләре инә.
Ташҡын торошон йыһандан, һауанан һәм ерҙән күҙәтәсәктәр. Республика биләмәһендәге һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙы даими контролдә тотоу өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланыласаҡ. 14 йылғала урынлаштырылған гидропостар ҙа тәүлек әйләнәһенә дүрт тапҡыр йылғаларҙың торошо хаҡында мәғлүмәт бирә.
Хәүефте кәметеү маҡсатында ҡотҡарыусылар ҡайһы бер райондарҙа Ағиҙел йылғаһының боҙон бысыу менән шөғөлләнәсәк, күмер һибеп, боҙ ҡатламының китеүен тиҙләтеү эштәре лә башҡарыласаҡ. Тығындар барлыҡҡа килһә, шартлатыусыларҙы йәлеп итәсәктәр, ошо маҡсатта 12 тонна шартлатҡыс матдә әҙерләнгән.
Хәбәр итеүТашҡын булған осраҡта смс-хәбәр, телевидение, радио һәм башҡа саралар аша мәғлүмәт еткерәсәктәр. Шулай уҡ сиреналар ҡулланыласаҡ. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа реклама-экрандар, плазмалы панелдәр ярҙамында мәғлүмәт тапшырасаҡтар. Янғын, “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәте автомобилдәренә ҡуйылған тауыш көсәйткестәр ҙә ҡулланыласаҡ. Шәхси секторҙарҙа өй беренсә йөрөп, “Иғтибар! Ташҡын” тигән иҫкәртмәләр таратыласаҡ.
Ташҡын хаҡында ҡыңғырауҙар ярҙамында ла хәбәр итәсәктәр. Ошо хаҡта Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһы менән Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Был яңылыҡ смс-хәбәр, сирена кеүек ғәҙәти хәбәр итеү саралары бөтә халыҡҡа ла барып етә алмаған урындар өсөн көнүҙәк һәм мәғлүмәт еткереү даирәһен бермә-бер арттырасаҡ.
Бынан тыш, Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәргә рухи һәм психологик ярҙам да күрһәтә ала. Дини ойошмалар гуманитар ярҙам йыйыу һәм таратыу мөмкинлегенә лә эйә.
Шәхси мөлкәт зыян күрһәНисек кенә булмаһын, ташҡындың шәхси мөлкәткә зыян килтереү ихтималлығы ҙур. Юғалтыуҙан һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы – страховка. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикалағы торлаҡтың яртыһы ауыл биләмәләренә, йәғни шәхси йорттар иҫәбенә тура килә. Страховка компаниялары белдереүенсә, уларҙың дүрттән бер өлөшө генә страховкаланған.
Төп сәбәп икәү. Беренсеһе – битарафлыҡ, ул күптәргә хас сифат. Тәбиғәт ҡазалары, янғындар һөҙөмтәһендә торлаҡҡа, мөлкәткә килтерелгән зыянды күпселек граждандар дәүләт ҡапларға тейеш тип һанай. Икенсе сәбәп – бәлә мине урап үтер тип өмөтләнеү.
“Алдан хәстәрлек күрәбеҙ”
Белорет районының Йөйәк ауылы йәмле Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Әммә йыл һайын тиерлек йылғаға яҡын урынлашҡан өйҙәрҙе һыу баҫа.
— Ауылдаштарым ташҡынға өйрәнеп тә бөткән инде, улар тәбиғәттең барлыҡ һынауҙарына ла әҙер, тиһәң дә була. Алдан резина итектәр һатып алып ҡуябыҙ, йорт йыһаздарын сарҙаҡҡа мендерәбеҙ, кейем-һалымды, документтарҙы барлайбыҙ. Һәр кемдә тигәндәй кәмә бар. Ғәҙәттә, һыу апрель башында таша, ул бик тиҙ, күҙ алдында күтәрелә. Бер сәғәт эсендә юлдар, урамдар һыу эсендә ҡала. Шуға күрә алдан хәстәрлек күрергә, ихатаны ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙартырға, һыу ағыҙып алып китмәһен өсөн ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе йыйырға, канауҙар йырырға кәрәк, — ти ошо ауылда йәшәүсе Венер Сибәғәтуллин. – Барыһы ла биҙрәләр, көрәктәр әҙерләй, ҡайһы берәүҙәрҙә электр насостары ла бар. Һыу күтәрелә башлау менән мал-тыуарҙы тауға ҡыуабыҙ, хәүефһеҙ, тура юлдарҙы белеп бөткәнбеҙ. Быйыл ҡар әллә ни күп түгел, шулай ҙа йорт-мөлкәтебеҙ өсөн борсолабыҙ. Ауылда кеше страховка хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп бармай, кемдеңдер аҡсаһы юҡ, кемдер кәрәк эш тип һанамай. Һәр яҙ һайын ҙур һыу ҙур зыян килтермәһен, тигән теләктә йәшәйбеҙ инде, — тине яҙ “сюрприздары” шаһиты Венер Сибәғәтуллин.
* * *
Рәсим АБДУЛЛИН, Өфө ҡала округының Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы:— Метеорологтар хәбәр итеүенсә, быйыл Ағиҙел йылғаһының ҡар ҡатламында һыу запастары норманан 49 процентҡа аҙыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, тынысланырға ярамай, беҙ иң насар вариантҡа ла әҙербеҙ. Өфө хакимиәте тарафынан ташҡынға ҡаршы 28 штаб һәм 12 күҙәтеү постары ойошторолған. 54 ваҡытлыса урынлашыу пункты ла тулы әҙерлектә. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу осрағына 60 кешенән торған эҙләү отряды төҙөлгән, 12 берәмек техника, 22 йөҙөү саралары әҙерләнгән.
Яҙғы ташҡындың интерактив картаһы эшләнгән, унда көн һайын һыу хәрәкәте күрһәткестәре яңыртылып тора. “Уфаводоканал” предприятиеһы тарафынан һыу алыу һәм таҙартыу ҡоролмаларын, эсәр һыуҙы зарарһыҙландырыу системаһын, әҙерләү, колонкаларҙың, селтәрҙәрҙең, ҡоҙоҡтарҙың техник торошон тикшереү эштәре башҡарыла, запас реагенттар әҙерләнә.
“СУРСИС” предприятиеһы Ағиҙел, Өфө, Дим йылғалары аша һалынған күпер таяуҙары янындағы боҙҙарҙы бысыу менән мәшғүл. Бәлә-ҡаза осрағында халыҡ 104 электр сиренаһы, тауыш көсәйткестәр, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәттәре аша мәғлүмәтле буласаҡ.
* * *
Иван ПИНЯЩУК, Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе: — Райондың һыу ятҡылыҡтарында боҙҙоң ҡалынлығы — 25–130, ә Ағиҙел йылғаһында 60–140 сантиметр тәшкил итә. Тупраҡтың туңыу кимәле — 90–190 сантиметр. Ҡарҙа һыу запасы норманан аҙыраҡ булһа ла, ташҡын булыу осрағына тулыһынса әҙербеҙ.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл Белорет ҡалаһы һәм райондың 20 ауылы ташҡын хәүефе янаған биләмәләр исемлегенә индерелгән. Ағиҙел һәм Инйәр йылғаларында ташҡын көслө булған 1374 кеше һәм 504 бина зыян күреүе ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәл күҙәтелгәндә ваҡытлыса ҡабул итеүсе туғыҙ пункт эшләйәсәк. “Роспотребнадзор” лабораторияһы һыу, тупраҡ, аҙыҡ-түлекте тикшереү өсөн тулыһынса әҙер. Бөтә тораҡ пункттары, гидропостар менән телефон бәйләнеше ойошторолған, халыҡ менән инструктаж үткәрелгән. Район биләмәһендәге йылғаларҙың үҙәнен таҙартыу, боҙ бысыу, күмер һибеү эштәре башҡарыла. “Пугачев карьеры” йәмғиәте менән шартлатыу эштәре буйынса килешеү төҙөлгән. Районда биш гидротехник ҡоролма бар, уларҙа ла планға ярашлы әҙерлек эштәре киң йәйелдерелгән.
* * *
Азат СОЛТАНОВ, Учалы районы хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты рәйесе:— Районда иң хәүефле участка — Наурыҙ ауылы эргәһендәге Кәлтәй йылғаһы. Шулай уҡ Яңы Байрамғол ауылы эргәһендәге Миндәк йылғаһында тығындар барлыҡҡа килеү хәүефе бар. Ошо сәбәпле, һыу кимәле күтәрелеп, 95 кеше йәшәгән 42 йортҡа бәлә килеүе ихтимал. Илтабан һыу һаҡлағысы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының технологик һыу һаҡлағысы ла хәүефле объекттарҙан һанала.
Беҙ иң насар осраҡты ла күҙ уңында тотоп, ташҡынға тулыһынса әҙербеҙ. Хакимиәт башлығы ҡарарына ярашлы, ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлгән һәм саралар планы раҫланған. “Ирекле янғын командаһы” учреждениеһы тарафынан авария-ҡотҡарыу посы ойошторолған, уға дүрт күнекмә үткән ҡотҡарыусы инә. Кәмә, водолаз ҡорамалдары, автомобиль һәм башҡа инвентарь әҙерләнгән. Урындарҙа халыҡ менән инструктаж үткәрелгән.
* * *
Дәүләткилде АҠЫЕВ, Бөрйән районы хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты баш белгесе:— Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы Байназар, Ҡурғашлы, Нәби, Иҫке Монасип, Тимер, Ишдәүләт, Әбделмәмбәт, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Ғәлиәкбәр, Мораҙым ауылдары һәм район үҙәге Иҫке Собханғол ташҡын хәүефе янаған биләмәләр исемлегенә индерелгән. Ғәҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта 3416 кеше йәшәгән 1216 торлаҡ йорт зыян күреүе ихтимал. Район биләмәһендә гидротехник ҡоролмалар юҡ.
Быйыл яуым-төшөм норманан уртаса алғанда 50 процентҡа аҙыраҡ булды. Шуға ҡарамаҫтан, кинәт иреткән осраҡта, йылғаларҙа һыу боҙ өҫтөнән китеп, ҡайһы бер биләмәләрҙе һыу баҫыуы бар. Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡаршы торорға беҙ тулыһынса әҙербеҙ. Муниципаль район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы, ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлгән, саралар планы раҫланған. Сходтарҙа һәм өй беренсә йөрөп халыҡ менән аңлатыу эштәре башҡарылған, ташҡын хаҡында хәбәр итеү саралары тикшерелгән. Һыу баҫыу ихтималлығы юғары булған һәр урамға автотранспорт техникаһы беркетелгән. Йылғаларҙың ярҙарын нығытыу өсөн эре таштар һәм ҡырсынташ әҙерләнгән. Ташҡынға ҡаршы сараларға 150-200 кеше, 60 – 70 берәмек техника, өс моторлы, ун ағас һәм резина кәмә йәлеп ителәсәк тип күҙаллана. Хәүефле урындарҙа боҙҙо бысыу, күмер һибеү эштәре башҡарыла.
Ташҡынға тиклем
ниндәй саралар күрергә?
3 Ауырлы ҡатындарҙы, балаларҙы һәм оло йәштәгеләрҙе ташҡын хәүефе янамаған төбәктә йәшәүсе туғандарығыҙға алдан уҡ ебәрегеҙ.
3 Бөтә эре һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе сарҙаҡҡа һәм башҡа хәүефһеҙ урынға күсерегеҙ. Затлы йыһаз, һауыт-һабаны иҙәндән бер метр самаһы өҫкәрәк күтәреп ҡуйығыҙ.
3 Мал-тыуарҙы ҡурҡыныс янамаған урынға ҡыуығыҙ.
3 Баҙҙан барлыҡ аҙыҡ-түлек запасын сығарығыҙ. Ихаталағы һыу ағыҙып алып китерҙәй әйберҙәрҙе йыйығыҙ.
3 Ҡул аҫтында төҙөк тороштағы йөҙөү сараһы (кәмә, һал) булһын.
3 Ҡиммәтле, тәүге осорҙа кәрәкле әйберҙәрҙе, документтарҙы айырым сумкаға тултырығыҙ.
3 Полиэтилен ҡапсыҡтарға өс көнгә етерлек аҙыҡ-түлек, йылы кейем, гигиена саралары һалып ҡуйығыҙ.
3 Кәрәкле дарыуҙар, шәмдәр, запас батарейкалары булған фонарь әҙерләгеҙ.
3 Ҡыйыҡ башына йәки сарҙаҡҡа менгән баҫҡыстың торошон тикшерегеҙ.
3 Йәшәгән урындан ҡотҡарыу сараһына (кәмәгә, һалға) күсеү ысулын алдан уйлағыҙ.
3 Әгәр һеҙ йәшәгән йорт ташҡын иғлан ителгән биләмәгә инһә, иң тәүҙә газ, һыу, электр утын һүндерегеҙ, мейестә ут янып ҡалмаһын. Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ныҡлап ябығыҙ, мөмкинлек булһа, беренсе ҡаттағыларын таҡта йәки фанер менән көпләгеҙ. Әгәр эвакуация иғлан ителһә, үҙегеҙ менән йылы, уңайлы кейем, түшәк кәрәк-ярағы, дарыуҙар, документтар, аҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе алығыҙ. Уларҙың барыһы ла һыу үтмәҫлек итеп, пакетҡа һалынған булырға тейеш. Күршеләрегеҙгә хәбәр итеп, һыу баҫҡан урындан китегеҙ йәки өҫкө ҡатҡа күтәрелегеҙ. Янығыҙҙа бәләгә тарыған, үҙаллы хәрәкәт итә алмаған кешеләр булһа, уларға беренсе ярҙам күрһәтегеҙ, бәләнән ҡотолорға булышлыҡ итегеҙ.
Ташҡындан һуң
нимәләр эшләргә?
Һыу ҡайтҡас:
l Өҙөлгән, һәленеп торған электр сымдарынан һаҡ булығыҙ.
l Һыу тейгән аҙыҡ-түлекте ҡулланмағыҙ.
l Санитар тикшереү үткәрмәйенсә, эсәр һыуҙы тотонмағыҙ.
Торлаҡҡа ингәс:
l Тәҙрә һәм ишектәрҙе асып, өйөгөҙҙө елләтегеҙ.
l Йортто ныҡлап елләтмәйенсә ут менән ҡулланмағыҙ.
l Электр сымдарын тикшермәйенсә электр утын һәм приборҙарҙы тоҡандырмағыҙ.
Зыян күреүселәр ниндәй ярҙамға
иҫәп тота ала?
2018 йылдың 1 апреленән 30-ына тиклем республиканың ташҡын хәүефе янаған райондарында 41 оператив төркөм эшләйәсәк.
3 Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл урынына кисекмәҫтән килеп етергә һәм һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған кешеләрҙе эвакуацияларға тейеш.
3 Әгәр бәләгә тарыған кеше өйөнән сарҙаҡҡа сыға алмаһа, махсус ҡайыштар, арҡандар ҡулланыла, юлды ҡаплаған емереклектәр таҙартыла.
3 Кәрәк булһа, шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәтелә.
3 Һыу баҫҡан урындағы халыҡты махсус техника менән ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарына илтәләр, улар мәҙәниәт йорттарында, ятаҡтарҙа, мәктәптәрҙә, шифаханаларҙа урынлаша.
Урындағы хакимиәт халыҡты йоҡлау өсөн урын, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейеш. Был эштәргә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия етәкселек итә. Уның тарафынан күпме урын, ниндәй әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар кәрәклеге тураһында заявка әҙерләнә.