Һаҡланғанды һаҡлармын30.03.2018
15 апрелгә тиклем Башҡортостандағы бөтә сауҙа-күңел асыу үҙәктәрен тикшерәсәктәр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы етәксеһе Марат Латипов Өфөлә “Интерфакс-Волга буйы” агентлығы ойошторған матбуғат конференцияһында ошо турала хәбәр итте.


— Әле сауҙа-күңел асыу учреждениелары тикше­релә. Был башланғысты прокуратура тәҡдим итте. Беҙ — бел­гестәр — улар менән берлектә объект­тар буйлап йөрөйбөҙ. Әле Өфөләге — алты, Сала­уаттағы ике үҙәк тикше­релгән. Апрель уртаһына тиклем ошо эште та­мамларға тейешбеҙ, — тине ул.
Марат Латипов шулай уҡ тикшереү барышында асыҡ­ланған етешһеҙ­лектәрҙе телгә алды. Улар, нигеҙҙә, янғын хәүефһеҙлегенә, эвакуациялау юлдарына, сигнализация, хәбәр итеү системаларына ҡағыла.
— Бында объекттар етәк­селәренең һәр квадрат метрҙан аҡса эшләргә тырышыуы аңлашыла. Бер ергә туңдырма һатҡан киоск ҡуйғандар, эргәһендә сәс­кә һаталар, баҫҡыс аҫтында китап, гә­зиттәр менән сауҙа итәләр. Шул уҡ ва­ҡытта был ерҙән эвакуация юлы үтергә тейеш, ә улар ҡапланған, үтерлек түгел, — тине идаралыҡ етәксеһе.


Вернуться назад