Милли сәйәсәт менән таныштылар30.03.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Страсбургта үткән Европа Советының урындағы һәм төбәк власы конгресының пленар сессияһында “Төбәктәрҙең үҙенсәлектәре һәм милли дәүләттең бөтөнлөгө” тигән темаға доклад менән сығыш яһаны. Башҡортостан парламенты Рәйесе 47 илдәге коллегаһын халыҡтарҙың үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыуға, уларҙың телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте менән таныштырҙы.

Константин Толкачев билдәләүенсә, этностарҙың күп төрлөлөгө коэффициенты буйынса Рәсәй Европала беренсе урынды биләй.
— Бөгөн Рәсәй Федерацияһында 190-дан ашыу халыҡ вәкиле йәшәй. Дәүләттең үҫеш дәүерендә бер генә этнос та үҙенә хас һыҙаттарын юғалтманы, үҙенсәлекле мәҙә­ниәтен, телен һәм яҙмаһын һаҡлап ҡалды. Ошо тарихи хәл-шарттар күп йәһәттән федерация рәүешендәге дәүләт ҡоролошоноң барлыҡҡа килеүен билдәләне лә инде, — тине Константин Толкачев. — Илдә “2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы” тормошҡа ашырыла. Ул граждандар берҙәмлеген нығытыуға, этностар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә һәм халыҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелә.
Константин Толкачев Европа парламента­рийҙарын Башҡортостандағы милли сәйәсәт үҙенсәлектәре менән дә таныштырҙы.
— Башҡортостан — илебеҙҙең уникаль этник, конфессиональ составҡа һәм бай ресурстар ҡеүәтенә эйә булған иң ҙур төбәктәрҙең береһе. Республикабыҙҙа 160 милләт вәкиле татыу йәшәй. Әйтергә кәрәк: Рәсәйҙә төбәктәрҙең үҙенсәлеклелеген һаҡлап ҡалыу өсөн бик күп эштәр башҡарыла, — тине республика парламенты Рәйесе.
Константин Толкачев һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ҡабул ителгән граждандарҙың үҙ телен һәм мәҙәниәтен ирекле үҫтереүгә конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу алымдарын ғәмәлгә индергән закондар хаҡында һөйләне, мәктәптәрҙә 15 туған телдең өйрә­нелеүе тураһында билдәләне.
— Рәсәй Федерацияһының башҡа этно-территориаль берәмектәрендә лә ошондай уҡ практика күҙәтелә. Субъекттар үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә әүҙем эшләй. Шул уҡ ваҡытта дөйөм федераль киңлектәге төбәктәр дәүләтселекте нығытыуға тос өлөш индерә, дөйөм Рәсәй һәм төбәк мәнфәғәттәре араһында тигеҙлеккә өлгәшеүгә булышлыҡ итә, — тине Константин Толкачев.


Вернуться назад