Эш төркөмө төҙөлдө30.03.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа 2018 йылға Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын үтәү йәһәтенән эш төркөмөн төҙөнө. Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы төбәктә Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын раҫланы. Эш өсөн махсус төркөм төҙөлдө, — тине Константин Толкачев. — Унда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бөтә комитет рәйестәре, республика Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт вәкилдәре инде. Бынан тыш, Мөрәжәғәтнамә положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса эшкә парламент комитеттары ҡарамағындағы эксперт советтары ағзалары йәлеп ителәсәк. Улар араһында сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, муниципалитет вәкилдәре, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, төрлө тармаҡтарҙағы белгестәр бар.
Әйткәндәй, Президент Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын закондар менән тәьмин итеү буйынса төбәктәрҙә эш төркөмдәре төҙөү башланғысы менән Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин сығыш яһағайны. Башҡортостан ошондай эш төркөмө төҙөлгән тәүге төбәктәрҙең береһе булды.


Вернуться назад