Күңел асыу комплекстары тикшерелә28.03.2018
Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тиҙҙән республикалағы федераль күҙәтеү органдары менән берлектә кинотеатрҙар, сауҙа-күңел асыу комплекстары һәм йәмәғәт урындары янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән ентекле тикшереләсәге тураһында хәбәр итте.
— Граждандарыбыҙҙың именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән сараны алдан уҡ күрмәһәк, беҙҙе берәү ҙә ғәфү итмәҫ, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Сауҙа һәм күңел асыу хеҙмәттәре өлкәһендәге эшҡыуарҙар ошондай пландан тыш тикшереүҙәрҙе ойоштороуҙы аңлап ҡабул итер, тип ышанам.