“Беҙ янабыҙ... Бәхил булығыҙ...”27.03.2018
“Беҙ янабыҙ... Бәхил булығыҙ...”Рәсәйгә тағы бер оло бәлә ябырылды: йәкшәмбелә Кемерово ҡалаһындағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә ҙур янғын сығып, ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерҙе. Матбуғат саралары дүшәмбелә алты тиҫтәнән ашыу кешенең һәләк булыуын, 50-нән ашыу кешенең хәбәрһеҙ юғалыуын хәбәр итте. Был мәғлүмәттәрҙең сәғәт һайын үҙгәреп торасағы мәғлүм, әммә хәҡиҡәт аяуһыҙ: дәүләтебеҙ тағы ла тиҫтәләрсә гражданын юғалтты, мәғәнәһеҙ үлем донъяны күреп тә өлгөрмәгән балаларҙы, йәштәрҙе мәңгелеккә алып китте. Донъяның бар төбәктәренән Кемерово халҡына ҡайғы уртаҡлашыу хәбәрҙәре килә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт – Йыйылышы Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев исеменә телеграмма ебәргән, унда фажиғә айҡанлы төбәк халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыу һүҙҙәре еткерелгән.


“Ҡышҡы сейә” ише сауҙа үҙәктәре беҙҙең баш ҡалала ла тулып ята. Уларҙың төҙөлөү принцибы бер: төрлө магазиндар, күңел асыу урындары, балалар өсөн уйын һәм тамаҡ ялғай торған зоналар, кино ҡарау залдары бер урында урынлашҡан; меңәрләгән квадрат метрҙарҙа көн буйы йөрөгәндә лә һәр кем күңеленә ятырлыҡ шөғөл таба торған, ылыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы биләмәләр. Ғәҙәттә, унда аҙна уртаһында ла кеше күп була, ә ял көндәрендә әйтәһе түгел – кешеләр ғаиләләре менән сауҙа үҙәктәренә ағыла, кемдер балаһын кинозалға йә уйын бүлмәһенә индереп, магазин­дарҙы гиҙә, кемдер тамаҡ ялғай...
Кемероволағы фажиғәнең яҙғы каникулдар мәленә тура килеүе хәлде тағы ла аяныслыраҡ итте: янғында төбәктең бер ауылынан ҡалаға күңел асырға килгән тотош кластың һәләк булыуы ла мәғлүм. Утлы ҡапҡанға эләккән, бишенсе генә класта уҡыған сабыйҙарҙың ни кисергәнен уйлаһаң, йөрәгең ярылырлыҡ...
Мәғлүм булыуынса, ут балаларҙың уйын зонаһынан сыҡҡан. Төрлө сығанаҡтар, электр проводкаһы көсөргәнеште кисермәгән; балалар ут менән шаярған; кемдеңдер тыуған көнөн билдәләгәндә, өҫтәлдәге шәмдән сыҡҡан тип хәбәр итә, әммә белгестәр ҡот осҡос фажиғәнең сәбәбен рәсми атамаған әле. Дүшәмбе иртәһенә янғын һүндерелеп бөтөп, уның биләмәһен ҡотҡарыусылар тикшереүе, сауҙа үҙәгенең ҡыйығы емерелеүе, емерек­лектәрҙең күп булыуы, һауала торған тынды быуғыс пластик һәм ҡором еҫе хәлде ҡыйынлаштырыуы хаҡында мәғлүм ине.
...Ә бит оҡшаш фажиғәне Рәсәй 2009 йылдың 5 декабрендә кисергәйне. Пермдә, “Аҡһаҡ ҡола” тигән төнгө клубта фейерверктан түшәм янып китеп, 156 кеше һәләк булғайны, йөҙҙән ашыу кеше зыян күргәйне. Күптәрҙең ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуы мәғлүм. Тағы шуныһы: кешеләрҙең күбеһе янып түгел, ә тап синтетик материалдарҙың яныу продукттары менән ағыуланып үлде. Ошо хәлдән һуң кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү проблемаһы ни тиклем көнүҙәк икәнлеге асыҡланды, талаптар көсәйтелде, шул иҫәптән төҙөүсе­ләрҙең арзанлы, тиҙ яна һәм үтә ағыулы матдәләр бүлеп сығара торған төҙөлөш материалдарын ҡулланыуын контролдә тотоу тураһында күп яҙылды, саралар күрелде... Әммә ни фәтүә? Кемеро­волағы сауҙа үҙәге стеналары ла үтә ағыулы пластик менән көпләнгән булған...
2011 йылдың 22 ғинуарында Өфөлә “Европа” сауҙа үҙәге янды. Баш ҡаланың төп урамында – Октябрь проспектында урынлашҡан бинаны ут һаналған минуттарҙа ялмап алды, ҡот осҡос күренеш ҡала халҡын тетрән­дерҙе. Унда 18 йәшлек ҡыҙ һәм бер эшсе һәләк булды, тиҫтәләгән кеше зыян күрҙе. Оҙаҡ дауам иткән судтарҙан һуң янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә алмаған “Европа” хужалары хөкөмгә тарттырылды.
Кемероволағы фажиғә ошо хәлдәрҙе тағы берҙе иҫкә төшөрҙө, тыштан ялтырап, ылыҡтырып-саҡырып торған, меңәрләгән кешеләрҙе бер урынға туплап, төрлө ҡыҙыҡтар тәҡдим иткән заман күренеше – күңел асыу-сауҙа үҙәктәренең һәр йәһәттән ни тиклем хәүефле урын икәнлеген, ғәҙәттә, тәҙрәләре лә булмаған ошо биналарҙың янғын осрағында үлемесле ҡапҡанға әүереләсәген тағы бер иҫбатланы. Илдә каникулдар башланып ҡына тора! Меңәрләгән бала төрлө ҡалаларҙың ошондай үҙәктәренә ағыласаҡ, кино ҡараясаҡ, уйын уйнаясаҡ, тамаҡ ялғаясаҡ. Ауылдарҙан да экскурсия­ларға киләсәктәр. Бармағыҙ, тип әйтеп булмай, мәгәр уйланырға ла урын бар... Һаҡ булығыҙ, йәмәғәт – шул ғына. Ә Кемерово халҡына Аллаһ Тәғәлә сабырлыҡ бирһен...



Вернуться назад