Йомғаҡ яһалды23.03.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда республика парламентының сираттағы 51-се ултырышы булды. Унда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ҡала һәм район башлыҡтары, республикалағы ҙур предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Көн тәртибендәге тәүге мәсьәлә булараҡ, республика Башлығының 2017 йылда Хөкүмәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһындағы отчеты тыңланды. Депутаттар шулай уҡ былтыр республикала кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын үтәүгә ҡағылышлы Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең докладын тыңланы һәм уның буйынса фекер алышты.
Ултырыш барышында парламент “2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы республика законына үҙгәреш индерҙе. Был үҙгәреш әүәлерәк раҫланған бюджет ассигнованиеларын ҡайтанан бүлеүгә бәйле. Депутаттар шулай уҡ бер нисә закон проектын тикшерҙе.
“Миловка паркы” мажаралары
Граждандарҙы ҡабул итеү барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Миловка паркы” өлөшсөләренең инициатива төркөмө вәкиле Ильвира Куликова менән осрашты. Ул торлаҡ комплексы төҙөлөшөн дауам итеү йәһәтенән сара күреүҙе үтенгәйне.
Ильвира әйтеүенсә, әле 350-гә яҡын фатирға хужалары күскән, әммә асылда кешеләр төҙөлөш майҙансығында йәшәй. Коммуникация, инфраструктура, хатта сымһыҙ элемтә юҡ, сүп-сарҙы ситкә сығарыу ойошторолмаған. Быйыл ғинуарҙа 10-сы кварталдағы өс йорт буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре ҡайтанан башланған.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Трухан менән телефон аша һөйләшкәндә Рөстәм Хәмитов проблеманы хәл итеү мөмкинлеген тикшерҙе. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, быйыл биш-алты йорт һала башлау күҙаллана, ә 2020 йылда проект тулыһынса тормошҡа ашырыласаҡ.
Ильвира Куликова әйтеүенсә, “Миловка паркы”нда йәшәгән 82 бала быйыл мәктәпкә барасаҡ. Шуға күрә мәктәп автобусы эшен ойоштороу, шулай уҡ Өфөнөң Дим районындағы белем усаҡтарына был балаларҙы алыу мәсьәләһен хәл итеү фарыз.
Әңгәмә йомғаҡтары буйынса республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Өфө районы хакимиәтенә “Миловка паркы” төҙөлөшөн дауам итеү һәм инфраструктураны үҫтереү менән бәйле бөтә мәсьәләләрҙе контролгә алырға ҡушты.
Эш хаҡына — бер миллиард һум
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, республика бюджетына индереләсәк үҙгәрештәр элегерәк раҫланған бюджет ассигнованиеларын ҡайтанан бүлеүгә бәйле.
— Бер миллиард һум федераль ҡануниәт менән билдәләнгән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен тәьмин итеүгә бәйле. Быйыл ул 9 489 һум тәшкил итә, 1 майҙан 11 163 һумға етергә тейеш, — тине Константин Толкачев. — Бынан тыш, 300 миллион һум мәҙәниәт учреждениеларын капиталь төҙөкләндереүгә бүленә. Был эш Башҡортостандың 100 йыллығына һәм 2020 йылда Өфөлә Халыҡ-ара фольклориада фестивален үткәреүгә әҙерлек менән бәйле.
Константин Толкачев әйтеүенсә, футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлек сиктәрендә “Өфө” футбол клубының күнекмәләр майҙансығын хеҙмәтләндереүгә республика ҡаҙнаһынан субсидия бүленә.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.