“Ҡәрҙәштәр”, ниңә ярата һеҙҙе йәштәр?20.03.2018
“Ҡәрҙәштәр”, ниңә ярата һеҙҙе йәштәр?– Ни өсөн йәштәр генә, беҙҙе ололар ҙа ихлас ҡарай һәм тыңлайсы. – Ошо исемдәге төркөмдөң етәксеһе Раян Алтыншиндың тауышында үпкәләүҙең остоғо ла һиҙелмәне. Тамашасылары алдында йылдан-йыл ҙурыраҡ абруй ҡаҙана барған “Ҡәрҙәштәр”гә халыҡ яғынан иғтибар булмауына үпкәләрлек урын да юҡ шул.


Хәйер, бында уның “ихлас” һүҙе баҫалҡырак килеп сыҡты, әҙерәк ҡупығыраҡ кеше булһа, “яратып һәм алҡыштарға күмеп” тип әйтер ине. Ә уныһы дөрөҫлөккә тура килә – тиҙҙән Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ концертты ҡараған һәр кем бының хаҡлығына тулы­һынса ыша­насаҡ. Нефтекама дәүләт филар­монияһының шәп артистары яулаясаҡ Өфө тамашасыһының һөйөүен: Розалия Иҙелбаева алып барған кисәлә Иҙел Исҡужиндың ҡурайҙа уйнауы, Гүзәл Нәзметдинова, Юнир Шәрифуллин, Айгөл Мостафина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Ғимаҙиевтың бейеүҙәре, Сүриә Ғималова, Ирина Халиҡова һәм Азат Ҡарасуриндың йырҙары күңел­дәрҙе тетрәндермәй, йөрәктәрҙе елкен­дермәй ҡалмаясаҡ. Ә “Ҡәр­ҙәштәр”ҙең етәксеһе Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы Раян Алтыншиндың сығышы... Юҡ, уныһы – әлегә сер. Ҡарағас белерһегеҙ.
Тамашала “Ҡәрҙәштәр”ҙән тыш ошо филармонияның алты төркөмө, шул иҫәптән – цирк артистары ла ҡатна­шасаҡ. Әйткәндәй, Нефтекама дәүләт филармонияһы 1998 йылдан бирле беҙҙең күңелде күтәреп килә, йәғни бы­йыл уның ойошторолоуына – 20 йыл.
“Йырҙарым – йылдар ауазы...” тип аталып, Ғаилә йылына арналған был концерт программаһына 30 мартта киске сәғәт 7-лә рәхим итегеҙ!


Вернуться назад