Белорет металлургия комбинатының юғары ныҡлыҡтағы сым етештереү цехында модернизациялау эштәре тамамланды. Сафҡа индерелгән яңы экологик ҡорамал, производстволағы бөгөнгө көн талаптарына яуап бирмәгән иҫке ысулды алмаштырып, сымды кислотаһыҙ етештереү мөмкинлеген бирҙе.Заманса технологияларға күсеү проекты өс йыл элек Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән БР Хөкүмәте араһындағы килешеү сиктәрендә тормошҡа ашырыла башлай. Инвестиция күләме 200 мең һум тирәһе тәшкил итә. Яңы ҡоролманы комбинат хеҙмәткәрҙәре Италия белгестәре ярҙамында үҙләштерә.
Быға тиклем сымды туттан таҙартыу кислота менән ашатыу ярҙамында башҡарылған, цехтағы ванналар аша ай һайын йөҙ тонна самаһы кислота үткән, зарарлы еҫтән һаҡланыу маҡсатында хеҙмәткәрҙәр маска кейеп эшләргә мәжбүр булған. Хәҙер был эш химия ҡулланмайынса ғына механик рәүештә үтәләсәк. Атап әйткәндә, таҙартыу процесында катанка һүтеү ҡоролмаһынан махсус роликтарға килә һәм бөгөлөү иҫәбенә эре тутыҡтар бөтөрөлә. Ә вағыраҡтары металлик мамыҡ ярҙамында артабанғы таҙартыуҙа юҡҡа сыға. Был процесс цехтың ташландыҡ һыуҙары күләмен һигеҙ тапҡырға – тәүлегенә 2400 куб. метрҙан 300 куб. метрға тиклем кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Яңы ҡорамалды сафҡа индереү алдынан цехта ныҡлы әҙерлек эштәре алып барыла. Кислота менән эш итеү бүлексәһе ябыла, яңы һыу йыйыу насос станцияһы һәм экологик нормативтарға яуап биргән һыу таҙартыу буйынса ҡорамалдар комплексы урынлаштырыла, сым һуҙыу станы реконструкциялана.
Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәренең шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар килде, мөһим ваҡиға айҡанлы митинг та ойошторолдо.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, “Мечел” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Олег Коржов, Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Виктор Камелин, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР идаралығы етәксеһе Юрий Дудников һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, яңы сәнәғәт линияларын сафҡа ебәреп, символик төймәгә баҫты.
— Комбинатта ғәмәлгә индерелгән ыңғай үҙгәрештәр Белорет ҡалаһы өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға. Предприятиеның яңы технологияларға күсеүе Башҡортостандың төп һыу артерияһы Ағиҙелдең экологик торошон яҡшыртасаҡ, — тине Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов.
— “Мечел” төркөмө экология өлкәһендә уңайлы технологияларға күсеү стратегияһын тормошҡа ашыра. Белорет металлургия комбинатының кислотаны файҙаланыуҙан баш тартыуы һәм тутыҡ ватҡыстары индереүе – был йүнәлештә башҡарылған мөһим аҙым, — тип билдәләне “Мечел” йәмғиәте етәксеһе Олег Коржов.
Ул шулай уҡ предприятиела экологик модернизациялауҙың артабан да дауам ителәсәге, ошондай уҡ технологияларҙың башҡа ҡорос-сым цехтарында ла урынлаштырыласағы тураһында белдерҙе. Был иһә комбинатҡа экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса тағы ла сифатлыраҡ кимәлгә сығырға ярҙам итәсәк.
Римма РӘМИЛЕВА.