Байрамға рәхим ит!21.03.2018
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына — 110 һәм “Китап” нәшриәтенә әҙибәнең исеме бирелеүгә 10 йыл тулыуға арналған тантаналар уҙғара.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлы­ғынан хәбәр итеүҙәренсә, юбилей саралары 23 мартта Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса нәшриәт­тең тамаша залында үтә. Көндөҙгө беренсе яртыла Зәйнәб Биишева һәйкәленә сәскә һалалар. Сәғәт икелә төп саралар башлана.
Башҡортостан ”Китап” нәшриәте 1919 йылда ойошторолған. Башҡорт, рус, татар, шулай уҡ Башҡорт­остан­дың башҡа халыҡтары телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, уҡытыу-педагогик, балалар, мәҙәни-мәғрифәт, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте һәм һынлы сәнғәт продукцияһы сығара. Рәсәйҙең Китап сығарыусылар ассоциацияһы ағзаһы. 1992 йылда нәшриәт “Китап” тип йөрөтөлә башлай, 2007 йылда уға башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исеме бирелә.



Вернуться назад