Тәҡдимдәр мотлаҡ иғтибарға алынырға тейеш02.03.2018
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламентындағы профилле комитеттарға Дәүләт Йыйылышының сираттағы пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрының депутаттар алдындағы отчеты барышында яңғыраған тәҡдимдәрҙе анализлау һәм тейешле ҡарарҙар әҙерләү бурысын йөкмәтте.

– Һөйләшеү йөкмәткеле булды. Депутаттар биргән һорауҙарҙың күпселеге һайлаусыларыбыҙ­ҙан килгән. Уларға яуап биргәндә министр республика ҡануниәтен камиллаштырыу һәм Дәүләт Думаһына закон сығарыу инициативаһын индереү йәһәтенән бер нисә тәҡдимде әйтеп үтте. Был саралар граждандарыбыҙҙың хоҡуғын һөҙөмтәлерәк яҡлау өсөн кәрәк. Уларҙың мотлаҡ иғтибарға алыныуы шарт, – тине Константин Толкачев.
Парламент Рәйесе әйтеүенсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара бәйләнеште нығытасаҡ. Апрелдә депутаттар ошондай уҡ тәртиптә республика прокурорының законлылыҡтың торошо тураһындағы докладын тыңларға һәм тикшерергә ниәтләй.
– Ахыр сиктә тап хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеге ҡануниәттең һөҙөмтәлелеген билдә­ләй. Шуға күрә закондар төрлө яҡтарҙың тәҡдим­дәрен иҫәпкә алып ҡабул ителергә тейеш, – тигән фекерҙә Константин Толкачев. – Әйткәндәй, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары етәкселәренең отчеттарын тикшереүҙе республика халҡы парламенттың сайтында реаль ваҡыт тәртибендә күҙәтә ала.



Вернуться назад