
18 марттан илебеҙҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә яңы талап индерелә. Төндә юл фажиғәһенә эләккән (йәки туҡтап торған) водителдәр машинанан яҡтылыҡты сағылдырған жилет кейеп сығырға тейеш. Һауа торошо насар булған осраҡта, бындай ҡағиҙә көндөҙ ҙә ғәмәлдә ҡала.
Юл һәләкәтенә осрап, ҡараңғыла автомобилдән сыҡҡан водителдәрҙең бүтән машина аҫтында ҡалыу осраҡтарының артыуы ошондай ҡарар ҡабул итеүгә сәбәпсе булды. Шул уҡ ваҡытта кейелгән жилет ГОСТ талаптарына яуап бирергә тейеш. Тәртип боҙоусыларға административ иҫкәртеү яһала йәки 500 һум штраф һалына.