Лайыҡлылар билдәләнәсәк02.03.2018
5 мартта баш ҡалала “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” II республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Йәмәғәтселек тормошондағы күркәм ваҡиға алдынан уны ойоштороусылар бәйгенең үҙенсәлектәре менән таныштырып үтте.
Абруйлы бәйгелә ҡатнашырға республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ теләк белдергән. Улар ун номинация буйынса баһаланасаҡ, булдыҡлы, уңған гүзәл заттар араһынан “иң-иң”дәр билдәләнәсәк. Атап әйткәндә, номинацияларға тәҡдим ителеүселәр араһында – мәҙәниәт, фән, мәғариф өлкәләрендә уңыш ҡаҙаныусылар; уңған әсәләр; эшҡыуар ҡатындар; йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыусы оло һәм йәш быуын вәкилдәре; йәшәйеше менән күптәргә өлгө булып тороусылар.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, бәйгелә Башҡортостандың гүзәл заттарынан тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары вәкилдәре, шулай уҡ Берләштерелгән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡатнашҡан. Улар араһында төрлө йәштәге төрлө милләт вәкилдәре, күп балалы әсәләр, һәммә һөнәр эйәләре бар. Жюриға, әлбиттә, лайыҡлылар араһында лайыҡлыларҙы һайлап алыу еңелдән булмаған.
Еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы 5 мартта, Профсоюздар йортонда уҙасаҡ. Гүзәл заттарға билдәле ювелир компанияларының биҙәүестәре һәм башҡа затлы бүләктәр тапшырыласаҡ, фойела этнобиҙәүестәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе ойоштороласаҡ.
Байрам үтеү менән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы ағзалары яҙға планлаштырылған тағы бер ҙур сараға әҙерләнә башлаясаҡ. Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар республиканың район һәм ҡалалары, иҫтәлекле урындары буйлап автоуҙыш ойоштормаҡсы. Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, был ябай сәйәхәт булмаясаҡ: унда психологтар, юристар, танылған милләттәштәребеҙ ҡатнашасаҡ, улар урындағы халыҡ менән осрашып, консультациялар үткәрәсәк, һорауҙарға яуап бирәсәк, кәрәк икән, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләшәсәк.