“Милләт йәштәре” йәштәрҙе саҡыра02.03.2018
Рима Баталованың “Милләт йәштәре” төбәк йәмәғәт фонды исемле премия өсөн
V республика конкурсын иғлан итә.


Был сара йәштәр араһында сәлә­мәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм тормошта үҙ урыныңды табыуға булышлыҡ итеү, мөмкин­лектәре сик­ләнгән йәш спортсыларҙы, тренер­ҙарҙы, инвалид бала тәрбиә­ләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән­дәргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларын дәрт­ләндереү маҡсатында ойошторола. Еңеүселәр “Йыл алға итеше”, “Сикһеҙ спорт”, “Паралимпия спор­тының өмөтө”, “Еңеү сере”, “Чемпион тәр­биәләү”, “Йөрәк ҡушыуы буйынса”, “Асыҡ ҡараш” кеүек номинацияларҙа билдәләнәсәк.
Премияның 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионкаһы, 18 тап­ҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты Рима Аҡбирҙе ҡыҙының исемен йөрөтөүе лә ҙур мәртәбә. Биш йыл эсендә был конкурс республика халҡы өсөн дә мөһим ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Ул – инвалидтар тормошона битараф булмаған шәфҡәтлеләрҙе йыйған мәртәбәле сара. Ошо ваҡыт арауы­ғында премия спорт ойошмалары, Паралимпия хәрәкәте вәкилдәре һәм инвалид балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр, республика Хөкүмәте яғына­н да оло хуп­лау тапты.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғари­заларҙы 5 мартҡа тиклем [email protected] адресына ебәрергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт www.batalovafond.ru сайтында.



Вернуться назад