Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты. Сарала уҡыу йорто ректоры Илдар Ғәбитов һәм ректор советнигы, профессор Рузил Авзалов ҡатнашты.
Осрашыуҙа Хәйҙәр Вәлиев студенттарға Рәсәй Президентын һайлау, ошо өлкәләге ҡануниәттәге яңылыҡтар, комиссияларҙың тауыш биреү көнөнә әҙерлеге тураһында һөйләне. Йәштәрҙең әүҙем булыуын иҫәпкә алып, комиссия рәйесе уларға өр-яңы тауыш биреү технологияһы хаҡында ла мәғлүмәт бирҙе.
Хәйҙәр Вәлиев сығыш яһап бөткәс, студенттар Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының кеше һайлау көнөндә булған ерҙә ғариза тултырыу тәртибе тураһындағы ролигын ҡараны. Йәштәр Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенә һайлаусылар исемлегенә, унда индерелгән мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә, шулай уҡ сит илдәге стажер студенттарҙың тауыш биреүенә ҡағылышлы һорауҙарын бирҙе. Хәйҙәр Вәлиев барыһын да 18 мартта һайлау участкаларына килеп, үҙ хоҡуғын тормошҡа ашырырға саҡырҙы.