Кил әле, тирмәләрҙе күр әле!28.02.2018
Кил әле, тирмәләрҙе күр әле!“ТурСтат” аналитик агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөләге “Ватан” паркы Рәсәйҙең иң яҡшы этнопарктары тиҫтәһенә инде. Асыҡ һауалағы этнография музей комплекстарының һәм этнопарктарҙың рейтингы популярлыҡ һәм туристар өсөн тәҡдимдәрҙән сығып төҙөлдө.

Краснодар крайындағы “Атамань” казактар станицаһы исемлектә беренсе баҫҡыста. Былтыр унда ике миллиондан ашыу турист булған. Икенсе урында – Калуга өлкәһенең Петров ауылындағы “Этнодонъя” парк-музейы. Унда былтыр 800 меңдән ашыу кеше барған. Коми Республикаһының Ыб ауылындағы “Бронза” фин-уғыр этнопаркын 20,5 меңдән ашыу турист ҡараған. Өфөләге “Ватан” рейтингта туғыҙынсы баҫҡысты биләй. Иң яҡшы этнопарктар тиҫтәһенә шулай уҡ Томск өлкәһендәге “Околица” ауыл паркы, Мәскәү өлкәһендәге “Күскенсе” этнопаркы, Ярославль өлкәһендәге “Тыгыдым” этноауылы, Иркутск өлкәһендәге “Алтын Урҙа”, Сочиҙағы “Минең Рәсәй” һәм Архангельск өлкәһендәге “Кесе Корел” этнопарктары инде.
“Ватан” этнопаркы 2015 йылда баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холл майҙанында асылды. Ете тирмәнән торған комплекста Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте һәм көнкүреше менән танышырға мөмкин.



Вернуться назад