Бейергә, бейергә!..28.02.2018
2 мартта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Рәсәй-1” Башҡортостан каналы менән берлектә “Башҡортса йондоҙло дискотека” уҙғара. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, ул баш ҡала халҡы һәм Өфө ҡунаҡтары өсөн ярайһы ғына ҙур милли байрам булмаҡсы – йәш быуындың милли рухын үҫтереп, милли сәнғәткә һөйөү уятырға бурысы йөкмәтелгән уға.


Баш ҡаланың “Өфө уттары”нда уҙасаҡ йырлы-моңло сарала башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары – “Зәйнетдин” этно-проекты, Руслан Шәйхетдинов һәм “Любизар”, “Каруанһарай” төркөмдәре сығыш яһаясаҡ. Дикскотеканы дәртле иттереп Фирҙәт Ғәлиев менән Ғәлимйән Ибәтуллин алып барасаҡ, музыкаль яҡтан Dj Fatikh биҙәйәсәк. Төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар ҙа уҙғарыласаҡ. Мәҫәлән, шуларҙың береһе – милли костюм бәйгеһе, ә еңеүсегә сараны ойоштороу­сылар телевизор вәғәҙәләй. Байрамға килеүселәргә тәмле күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп, сәхнә йондоҙҙары менән фотоға төшөү мөмкин буласаҡ.
Сараға бушлай билеттар көн дә иртәнге сәғәт 9-ҙа “Рәсәй-1” телека­налының “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында, шулай уҡ “Рәсәй радиоһы-Башҡортостан” һәм “Ватан” интернет-радиостанцияһы эфирҙарында уйнатыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте “Рәсәй-1” телеканалының сайтында йәки 295-98-73 телефонына шылтыратып алырға мөмкин.



Вернуться назад