Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ил президентын һайлауҙы күҙәтергә теләгәндәрҙән 100 меңдән ашыу ғариза алды. ТАСС агентлығы, палата секретары урынбаҫары Александр Точеновҡа һылтанып, ошо турала хәбәр итте. Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусына 10 300 кеше инергә тейеш. Төбәктәге йәмәғәт палатаһы һәр райондан ошондай вәкилдәр өсөн һигеҙ семинар үткәрҙе. Улар, үҙ сиратында, урындарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләргә тейеш. Республикалағы 3435 һайлау участкаһында Йәмәғәт палатаһынан күҙәтеүселәр эшләйәсәк.