Инвесторҙы нимә йәлеп итә?28.02.2018
Башҡортостан илебеҙҙә уңайлы инвестиция мөхитен булдырыуға бөтә талаптарҙы үтәгән тәүге төбәктәр иҫәбенә инде, тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Эксперт-Урал” журналына биргән интервьюһында.
– Инвесторҙар бар, әммә аҡса йүнәлтеү күләмен арттырыу шарт. Тулайым төбәк продуктында инвестиция кәмендә 25 процентты биләргә тейеш. Башҡортостанда тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һум тәшкил итте, шуның 25 проценты – 375 миллиард һум. Былтыр ошондай күрһәткескә өлгәшелде, әммә быйыл ул байтаҡҡа кәмерәк буласаҡ. Тимәк, эш әлегә бик күп, – тине Рөстәм Зәки улы.
Ташламалар бөтә төбәктәрҙә лә яҡынса бер үк булған шарттарҙа республика инвесторҙарҙы нисек йәлеп итә, тигән һорауға Рөстәм Хәмитов: “Инвестиция циклында ике этап бар. Тәүгеһе – етештереләсәк продукцияға ихтыяжды тәьмин итеү, йәғни һатыу. Икенсеһе иһә – аҡсаны оҙайлы ваҡытҡа йүнәлтеү. Бындай инвестициялар аҙ, әммә улар бик ҡиммәтле”, – тип яуапланы.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, бөгөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ банктарҙың сәйәсәтенән бигүк ҡәнәғәт түгел.
– Эшҡыуар кредит һорап килһә, банктар уның мөлкәтен 10-15 тапҡырға тиң булған дисконт менән баһалай. Күптән түгел бер йүнсел предприятиеһының 500 миллион һумға төшөүен, ә кредитты ни бары 60 миллион һум ғына биреүҙәре хаҡында һөйләгәйне. Бындай шарттарҙа нисек үҫергә һуң? Беҙ Төбәк лизинг компанияһы иҫәбенә ярҙам итәсәкбеҙ. Бындай структуралар Башҡортостан менән Татарстанда ғына ойошторолдо. 1,5 миллиард һумды федераль ҡаҙна бирҙе, 500 миллионды беҙ өҫтәнек. Әммә ике миллиард һум республика өсөн күп түгел, беҙҙә биш миллиардлыҡ ғаризалар бар. Аҡсаны оҙаҡҡа һәм түбән процент менән бирергә тейештәр, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы инвестор компанияларҙың күпселеген үҙебеҙҙекеләр тәшкил итеүен билдәләне. Сит ил компаниялары республика капиталына йүнәлтелгән 375 миллиард һумдың ни бары 35 миллиард һумын ғына биләй.