Эше лә, әйтер һүҙе лә бар27.02.2018
Республика парламентының сираттағы ултырышы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының һәм Контроль-иҫәп палатаһының үткән йылғы эшмәкәрлеге буйынса отчеттарҙан башланып китте. Ултырыштың икенсе яртыһында депутаттар ҡануниәт проекттарын ҡараны һәм ҡабул итте.


– Былтыр республикала дөйөм енәйәт әүҙемлеге 6,7 процентҡа аҙайҙы, – тине министр Роман Деев – Шул иҫәптән төркөмләп енәйәт ҡылыу, үҫмерҙәр араһындағы һәм эскән килеш хоҡуҡ боҙоуҙар кәмене.
Министр эске эштәр органдарының экстремизм күренештәренә, йәштәрҙе халыҡ-ара террористик ойошмаларға ҡаршы көрәш буйынса төп эшмәкәрлек йүнәлештәре хаҡында һөйләне, шулай уҡ коррупцияға ҡаршы көрәшеү, мал урлауға юл ҡуймау, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы сараларға ла айырым иғтибар бүлде.
Докладтан күренеүенсә, 2016 йылда 20 549 енәйәт ҡылынһа, былтыр улар 20 077 тапҡыр теркәлгән. Бында иң мө­һи­ме, әлбиттә, енәйәтселәрҙе тотоу һәм уларҙың ғәйебен иҫбатлау. Үткән йыл, ал­дағы осорҙарҙа булғаны менән бергә алғанда, 31 меңдән ашыу енәйәт асылған.
Депутаттарҙың министрға һорауҙары күп булды. Улар, нигеҙҙә, һайлау­сыларҙан килгән.
Контроль-иҫәп палатаһы етәксеһенең сығышы, нигеҙҙә, ҡаҙна аҡсаһын тото­ноуға контроллек итеү сараларына арналғайны. Былтыр ойошма алты миллиард һумлыҡ урлашыуҙы асыҡлаған икән, шуның 2,2 миллиард һумы ҡаҙна учреждениеларына тура килә. Ҙур етешһеҙлектәргә юл ҡуйған коллективтар араһында “Башавтотранс” һәм башҡа предприятиелар телгә алынды.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының һәм республиканың Контроль-иҫәп палатаһының былтырғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.



Вернуться назад