Илебеҙҙә 953 889 кеше һайлау көнөндә үҙе буласаҡ ерҙә һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза яҙҙы. Ғаризаларҙың 522 114-е – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, 299 221-е Күп функциялы үҙәктәр аша бирелгән, тип хәбәр итте Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы. – Ошо көндәрҙә бындай ғаризаны тапшырған миллионынсы кеше асыҡланыр, моғайын. Күрһәткестәр көтөлгәнгә тап килә, – тине Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаев.
25 февралдә бөтә участка һайлау комиссиялары ғаризалар ҡабул итеү буйынса эш башланы. Николай Булаев әйтеүенсә, былтыр сентябрҙә һайлау үткәрелгән 20 төбәктә тап участка һайлау комиссияларына бындай ғаризалар күпләп яҙылған.