Журналистар бурысын үтәй27.02.2018
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының коллегия ултырышы үтте. Уның эшендә Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, агентлыҡ, республика, ҡала-район матбуғат саралары етәкселәре, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сарала былтырғы эштәргә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә бурыстар ҡуйылды.


Дөйөм алғанда, былтыр киң мәғлү­мәт саралары республикала, илдә барған ваҡиғаларҙы, шул иҫәптән Экология йылын, республи­каның 100 йыл­лығы темаларын тулы яҡтыртып барған. Социаль проекттар, дәүләт программалары, һау­лыҡ һаҡлау, мәға­риф, торлаҡ-коммуналь хеҙмәте, алданған өлөшсө­ләр һәм башҡа тармаҡтарҙағы ха­лыҡты борсоған темалар тураһында мәҡәләләр, репортаждар йыш донъя күргән. Бөгөн дә киң мәғлүмәт саралары халыҡҡа мәғлүмәт еткереүҙә, таратыуҙа мөһим һәм әһәмиәтле урын тота, тине сығышында республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Венера Хәкимова былтыр предприятиела уртаса эш хаҡы 20 419 һум тәшкил итеүен, 2016 йыл менән сағыштырғанда алты процентҡа үҫеүен, бер журналистың эшләп сығарыу күләме 11 процентҡа артыуын белдерҙе. Тимәк, һуңғы йылдарҙа журналистар тартҡан йөк артҡан.
Һуңғы ваҡытта һанлы, электрон форматта мәғлүмәт таратыу киң ҡолас алды. “Башинформ” агентлығы етәксе­һе Максим Ульчев ошо хәлде дә­лилләп, “Башинформ”, “Общественная электрогазета” һәм “РБК-Уфа” сайттары аудиторияһының 1,3 миллионға барып етеүе, йәғни ике тапҡырға артыуы хаҡында белдерҙе. Һөҙөмтәлә хәҙер “Башинформ” агентлығы Волга буйы федераль округында иң ҙур интернет-баҫма булып тора.
Былтыр “Башҡортостан” телерадио компанияһы ҙур үҙгәрештәр юлына баҫҡан. Ошо хаҡта уның генераль директоры Рөстәм Зарафутдинов ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Яңы проекттар линейкаһы барлыҡҡа килгән, биҙәлеш тулыһынса яңыр­тыл­ған, яңылыҡтар студиялары үҙгәр­телгән, шулай уҡ мәғлүмәт программа­ларының дөйөм хронометражы артҡан. Шуныһы ҡыуа­ныслы: дәүләт телдәрендә сыҡҡан тапшырыуҙар күләмен тулыһынса һаҡлап ҡалғандар. Күбеһен киске ваҡытта күрһәтеүгә күсергәндәр.
Башҡортостан Республикаһы Баш­лығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов киң мәғлүмәт сараларының халыҡҡа барып етеү һәм тапшырыуҙарҙың ҡаралыу кимә­лен тикшереү буйынса социологик һорау үткәреүҙең мөһимлеген әйтте.



Вернуться назад