2017 йылда граждандарҙан һәм ойошмаларҙан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тураһындағы мәғлүмәт23.02.2018
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре (артабан — граждандарҙың мөрәжәғәттәре) менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Мөрәжәғәттәр менән эшләүгә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙең барыһы ла республика Хөкүмәтенең интернет селтәрендәге http://www.pravitelstvorb.ru рәсми порталында урынлаштырылған. Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш реквизиттары, шулай уҡ интернет аша республика Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү алымы менән таныша ала.
Ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Хөкүмәткә килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тураһындағы мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрына ебәрелә, Хөкүмәттең рәсми сайтында урынлаштырыла, шулай уҡ “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” матбуғат баҫмаларында донъя күрә. Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мәғлүмәт уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ебәрелә.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре статистикаһы
Отчет осоронда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә 17 063 мөрәжәғәт килгән. Уларҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика Башлығы Хакимиәтенән 2 313, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән – 5 713, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан – 261, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан – 334, граждандар һәм ойошмаларҙан 8 442 мөрәжәғәт кәрәкле адресатҡа ебәрелгән. Юғары дәүләт власы органдарына граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре буйынса мәғлүмәт һорап 379 хат килгән.
Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары
2017 йылда хат авторҙары 17 629 мәсьәләне күтәргән. Шуларҙың 6 430-ы (36,5%) – торлаҡ-коммуналь өлкәгә, 4 666-һы (26,4%) – иҡтисадҡа, 3 125-е (17,7%) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәткә, 3 098-е (17,6%) – социаль өлкәгә, 310-ы (1,8%) оборонаға, именлеккә һәм законлылыҡҡа ҡарай.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләр тәү сиратта торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә, авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереүгә (538 – 3%), дөйөм мөлкәтте тейешенсә ҡарамауға, коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатһыҙ булыуына (2 675 – 15,2%) ҡағыла. Иҡтисад өлкәһендә граждандарҙың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуы, ошо тармаҡта дәүләт контроле һәм күҙәтеүе (1081 – 6,1%), юлдың сифатһыҙлығы, күпер төҙөү, төҙөкләндереү, тимер юл, авиа- һәм һыу транспорты объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау (937 – 5,4%), ҡала, ҡасабаларҙы төҙөкләндереү, ихаталарҙы йәшелләндереү, балалар майҙансыҡтарын ойоштороу (1 030 — 5,8%), подвалдан, барактан, коммуналь фатирҙан, дөйөм ятаҡтан, авария хәлендәге иҫке торлаҡтан, санитария-һаҡлау зонаһынан күсереү (345 — 2%), ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары төҙөү, тирә-яҡ мөхитте һәм атмосфера һауаһын һаҡлау (540 — 3%) проблемалары күтәрелә. Социаль өлкәлә иһә халыҡты һаулыҡ һаҡлау, физик культура, спорт, туризм (1 021 – 5,8%), мәғариф, фән, мәҙәниәт (692 – 4%), хеҙмәт һәм мәшғүллек (347 – 2%), социаль тәьминәт һәм социаль страховка (890 – 5%), ғаилә (260 – 1,5%) мәсьәләләре борсой. Дәүләт, йәмғиәт, сәйәсәт өлкәһенә ҡағылышлы 1 036 мөрәжәғәт килгән – дөйөм һандың 5,9 проценты. Мөрәжәғәттәр структураһына ҡарағанда, улар, нигеҙҙә, Өфө (6 109), Стәрлетамаҡ (1 085), Октябрьский (712), Нефтекама (394) ҡалалары, шулай уҡ Өфө (344), Туймазы (271), Ишембай (228), Иглин (191), Стәрлетамаҡ (94) райондары халҡынан килгән.
Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү хаҡында
Халыҡтың хат аша һәм телдән мөрәжәғәттәре менән эшләүҙе тейешенсә ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғона ярашлы, республика Хөкүмәте Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан киләһе кварталға граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа ошондай саралар үткәреү датаһы тураһында киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителә.
Хөкүмәттең Интернет селтәрендәге http://www.pravitelstvorb.ru рәсми порталында халыҡты күсмә ҡабул итеү графигы урынлаштырылған.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) ошондай саралар үткәрә. Отчет осоронда Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә ойошторолған 24 сарала 157, 30 күсмә сара барышында 283 кеше ҡабул ителгән. Дәүләт органдары етәкселәре 221 күсмә ҡабул итеү барышында 1 237 кешенең мөрәжәғәтен ҡараған.