Кем һин, һылыуҡай-2018?21.02.2018
Республиканың төрлө төбәктәрендә тыуып үҫкән гүзәл башҡорт һылыуҙары “Һылыуҡай-2018” конкурсына етди әҙерлек башланы. Бәйгенең һайлап алыу турына ла күп ваҡыт ҡалманы.
Ниһайәт, тиҙҙән гүзәлдәрҙән-гүзәл һылыуҙар, телевизион шоу форматында үтәсәк төрлө һынау, оҫталыҡ дәрестәре, фотосессиялар һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар менән байытылған “Һылыуҡай көндәлеге”ндә ҡатнашып, һәләттәрен һынап ҡарай һәм аса аласаҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы, был реалити-шоу сараһының бер өлөшө серле тәбиғәтле Бөрйән районының “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында төшөрөләсәк. Телепроектты быйыл “Һылыуҡай-2017” һәм “Мисс Азия-2017” бәйгеләрендә гран-при яулаған Земфира Байдәүләтова алып барасаҡ.
26-сы тапҡыр тәбиғәт уяныр мәлдә үткәрелгән был серле лә, матур ҙа сараның төп тантанаһының шарттары, һоҡланғыс сығыштар әлегә барыбыҙ өсөн дә сер булып ҡала. Республика гүзәллек конкурсының яңылыҡтары менән һеҙ ҙә интернет селтәрендә танышып бара алаһығыҙ.
Ә ҡатнашырға йөрьәт итеүсе гүзәл, ҡыйыу, сос, дәртле, сағыу йөҙлө, һомғол буйлы, ижади һәләттәре менән һоҡландырыр һылыуҙарҙы бөгөн Өфө ҡалаһының Элеватор урамындағы 13-сө йортта, “Версаль” ресторанында көтәләр. Һәр йәш гүзәлдең ошо мәртәбәле бәйгелә үҙен һынап ҡарарға мөмкинлеге бар. Билдәле булыуынса, “Һылыуҡай-2018” республика бәйгеһендә еңгән иң-иң гүзәл һылыу конкурстың төп бүләгенә – автомобилгә эйә буласаҡ.
Матур сара буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте https://rcntrb.ru/index.php сайтында һәм https://vk.com/bashkirianbeauty рәсми төркөмөндә алырға мөмкин.