Йәнә бассейн төҙөлә21.02.2018
Йәнә бассейн төҙөләӨфөләге Инорс биҫтәһендә яңы бассейн төҙөлөшө дауам итә. Спорт объекты Төхфәт Йәнәби урамы менән Баландин бульвары киҫелешендә барлыҡҡа киләсәк.

Бассейнда дүрт юлаҡ, һыуҙы заманса таҙартыу системаһы, кейем алмаштырыу, душ, медицина бүлмәләре буласаҡ. Бер сменала 50 кешене хеҙмәтләндерәсәктәр.
Бассейн – республиканың 100 йыллығына ҡарата сафҡа индереләсәк 106 юбилей проектының береһе. Ошондай уҡ объекттар Көйөргәҙе, Федоровка һәм Хәйбулла райондарында сафҡа инәсәк. Әлшәй, Ауырғазы, Йәрмәкәй райондары үҙәгендә, Туймазы районындағы Ҡандра ҡасабаһында иһә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Өфөлә республиканың юбилейы айҡанлы “Нефтсе” бассейны реконструкциялана. Күләмле проект нигеҙендә төбәктә өр-яңы 19 физик культура объекты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.


Вернуться назад