Нисек ял итәбеҙ?21.02.2018
Рәсәй халҡы 23 февраль осоронда — өс, 8 март байрамында дүрт көн ял итәсәк. Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 6 ғинуарҙағы ял көнө йома, 9 мартҡа, күсерелде. 22 февралдә һәм 7 мартта эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡара. Шулай итеп, 23, 24, 25 февраль һәм 8, 9, 10, 11 март — байрам һәм ял көндәре. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 23 февралдәге һәм 8 марттағы ял көнө отпуск иҫәбенә индерелмәй.