Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика уҡытыусыларының лайыҡлы эштәрен баһалаған тантаналы байрам – “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2018”, “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018” һөнәри конкурстарының ябыу тантанаһы үтте.Йыл һайын ойошторолоп килгән мәртәбәле бәйгеләрҙә быйыл сит телдәр, татар теле, рус теле һәм әҙәбиәте, тарих, йәмғиәт фәне, Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи үҫеше нигеҙҙәре, физика, математика, информатика, биология, география, рәсем һәм башланғыс класс уҡытыусылары булды. Улар шулай уҡ “Педагогик дебют” һәм “Педагогик өмөт” номинацияларында баһаланды. Конкурсанттар бәйгелә үҙҙәренең инновацион педагогик проекттарын тәҡдим итте, дәрестәр һәм класс сәғәттәре уҙғарып көс һынашты, баһалама ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе, лекциялар уҙғарҙы, фекер алышыуҙарҙа ҡараштары менән бүлеште, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.
Ниһайәт, көсөргәнешле бәйгелә еңгән иң лайыҡлы педагогтарҙың исемдәре аталды. Еңеүселәр – баш ҡаланың 39-сы мәктәбе инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сафиуллина, 51-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Исакова, 5-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурзилә Нәҙерғолова, 98-се лицейҙың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Сәмиғуллина. “Педагогик дебют” һәм “Педагогик өмөт” номинацияларында иһә – 141-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Марат Юламанов менән 100-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Йылҡыбаева.