Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашыусы кандидаттарҙың һәм үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән сәйәси партияларҙың төбәк вәкилдәре иғтибарына!Һайлау ҡануниәтенә ярашлы, 15 февралдә Мәскәүҙә, Үҙәк һайлау комиссияһында, 2018 йылдың 18 мартында ил Президентын һайлауҙа ҡатнашҡан кандидаттар һәм үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән сәйәси партиялар араһында һайлау алды агитация материалдарын бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында баҫтырыу өсөн түләүһеҙ майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үткәрелде. Унда “Башҡортостан” гәзите вәкиле лә ҡатнашты һәм йәрәбә протоколдарына ҡул ҡуйҙы.
Йәрәбә протоколдарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашыусы кандидаттар һәм үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән сәйәси партияларҙың агитация материалдары “Башҡортостан” гәзитендә түбәндәге көндәрҙә баҫылып сығасаҡ.
Рәсәй Президенты вазифаһына кандидаттар:
Бабурин Сергей Николаевич – 21 февраль,
7 март;
Грудинин Павел Николаевич – 21 февраль,
7 март;
Жириновский Владимир Вольфович –
28 февраль, 14 март;
Путин Владимир Владимирович – 21 февраль, 7 март;
Собчак Ксения Анатольевна – 28 февраль,
14 март;
Сурайкин Максим Александрович – 21 февраль, 7 март;
Титов Борис Юрьевич – 28 февраль, 14 март;
Явлинский Григорий Алексеевич – 28 февраль, 14 март.
Рәсәй Президенты вазифаһына үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән сәйәси партиялар:
“ОБЩЕСТВЕННАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ – ПОЛИТИЧЕСКАЯ ПАРТИЯ “РОССИЙСКИЙ ОБЩЕНАРОДНЫЙ СОЮЗ” – 27 февраль, 13 март;
“КОММУНИСТИЧЕСКАЯ ПАРТИЯ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ” – 27 февраль, 13 март;
ЛДПР – Либерально-демократическая партия России – 20 февраль, 6 март;
“Всероссийская политическая партия “Гражданская инициатива” – 27 февраль, 13 март;
КОММУНИСТИЧЕСКАЯ ПАРТИЯ КОММУНИСТЫ РОССИИ – 27 февраль, 13 март;
“ПАРТИЯ РОСТА” – 20 февраль, 6 март;
“Российская объединенная демократическая партия “ЯБЛОКО” – 20 февраль, 6 март.